+12 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май , 16:55

Ғаилә ныҡлығы тамырынан беленә

Район үҙәк китапханаһы илебеҙҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә район буйынса «Китап уҡыусы ғаилә» конкурсын үткәрҙе. Ғаиләләрҙе китапханаға йәлеп итеү, ғаилә менән китап уҡыуға иғтибарҙы арттырыу, китапҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында конкурс йыл да уҙғарыла. Йәмғиәтебеҙ ҙә тап ошондай татыу, өлгөлө ғаиләләргә таяна.

Ғаилә ныҡлығы тамырынан беленә
Ғаилә ныҡлығы тамырынан беленә

Һәр ата-әсә белемгә ынтылған, аҡыллы, уҡырға әүәҫ бала тәрбиәләп үҫтерергә теләй. Ләкин ҡайһы бер осраҡта китап яратҡан ғаиләләрҙә лә китапҡа битараф бала үҫергә мөмкин. Балала китап уҡырға теләк булдырыу һәм ошо ҡыҙыҡһыныуҙы һүндермәү өсөн атай-әсәй нимә эшләй ала һуң? Был һорауҙарға яуаптарҙы китап уҡырға яратҡан ғаиләләр аша таптыҡ.
Бәйгелә районыбыҙҙың төрлө төбәктәренән йәмғеһе 7 ғаилә ҡатнашты. Китап һөйөүселәрҙе бер урынға туплаған конкурс быйыл, ысын мәғәнәһендә, байрамға әүерелде. Йорт, эш мәшәҡәттәрен ситкә ташлап, ғаилә башлыҡтарының бәйгелә ҡатнашыуы конкурсҡа ҙур мәртәбә өҫтәне. Ғаиләләрҙең ижади номерҙары үҙе ҙур концерт булды.
Конкурста Михайловканан Ғөбәйҙуллиндар, Асҡарҙан Мостафиндар, Ҡырҙастан Баймөхәмәтовтар, Яңы Балапандан Малыбаевтар, Әбдрәштән Ишәевтар, Амангилденән Фәйзуллиндар, Ишҡолдан Фәритовтар ғаиләләре зирәклектә, отҡорлоҡта ярышты, ижади һәләттәрен күрһәтте. Конкурсанттар араһында күп балалы ғаиләләр булыуы һоҡландырҙы.
Үҙәк китапхана мөдире Әлфиә Муллаярова бәйгеселәрҙе сәләмләне, уларға уңыштар теләне һәм «Иң күп китап уҡыусы»ларҙы ла билдәләп үтте, уларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
— Китапхана юлына саң ҡундырмаған, хөрмәтле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ, артабан беҙҙең менән дуҫ булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ. Һеҙҙең арағыҙҙа кемдер тарихи романдар, икенселәр фәлсәфәүи хикәйәләр уҡырға ярата, шиғриәт һөйөүселәр ҙә бихисап. Китап уҡыған кешенең күңеле нурлы була, шуға күрә лә ғаиләләрендә сабый саҡтан китапҡа һөйөү тәрбиәләгән ғаиләлә- ребеҙгә лә рәхмәт белдерәм, — тине ул үҙенең сығышында.
Бәйгене абруйлы жюри ағзалары — район мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгесе Людмила Итекәйева, «Осҡон» гәзите хәбәрсеһе Гөлфиә Ниғмәтуллина, үҙәк китап- ханала әйҙәүсе белгес Лилиә Дәүләткирәева баһаланы.
Йәрәбә тартыу ысулы менән ҡайһы ғаилә ниндәй номер аҫтында сығыш яһаясағын билдәләгәндән һуң, бәйгенең тәүге этабы — ғаилә менән таныштырыу башланды. Был этапта һәр ғаилә фанта- зияһын эшкә еккән ине. Һәр команданың исеме, девизы күңелгә ятышлы булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Ғөбәйҙуллиндар үҙҙәре менән йыр аша таныштырҙы. Мостафиндар әкиәт аша күрһәтһә, Малыбаевтар, Баймөхәмәтовтар, Ишәевтар китапҡа һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнеүен шиғыр юлдары аша сағылдырҙы. Фәритовтар иһә ҡул эштәре аша ғаиләһе тураһында һөйләне.
Икенсе этапта — «Көйҙө фаразла» уйынында ҡатнашыусылар Рәсәй кинематографияһында танылған фильмдарҙың, билдәле мультфильмдарҙың көйҙәрен билдәләргә тейеш ине. Бында ғаиләләр һис һынатманы, бигерәк тә балаларҙың әүҙем булыуы күҙгә ташланды. Баһалама ағзалары билдәләүенсә, икенсе этапта Мостафиндар, Ғөбәйҙуллиндар, Ишәевтар иң отҡорҙары тип табылды.
«Әҙәби квиз» уйыны иң ҡатмарлы этаптарҙың береһе булды. Этап дүрт туҡталыштан торҙо. Беренсе һәм өсөнсө турҙа викторина һорауҙарына телдән яуап бирергә кәрәк булһа, икенсе һәм дүртенсе туҡталыштар яҙма формала эшләнде. Беренсе туҡталышта бәйгене алып барыусы Зөлфиә Сафина башҡорт әҙәбиәтендә танылыу яулаған әҫәрҙәрҙән өҙөктәр уҡыны, ҡатнашыусылар әҫәрҙең авторын һәм исемен атарға тейеш ине. Икенсе туҡталыш рус әҙәбиәтенә арналды, бында әҫәрҙәрҙең жанрын билдәләү кәрәк булды. Өсөнсө туҡталышта башҡорт халыҡ ижадындағы әкиәттәрҙең исемдәрен атаһалар, дүртенсеһендә башҡорт халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары, районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле әҙиптәр тураһында һүҙ барҙы. Был этапта Мостафиндар, Ғөбәйҙуллиндар, Баймөхәмәтовтар, Малыбаевтар алдынғылыҡты бирмәне.
«Беҙ — ижади ғаилә» тип аталған һуңғы этапта һәр ғаилә үҙенең ниндәй ижади һәләткә маһир икәнен күрһәтте. Илназ Ишәев башҡортса бейеһә, Азалия һәм Гөлзида Фәритовалар тамашасыларға йыр бүләк итте. Ринат Мостафин гитарала уйнағанда, башҡа ғаилә ағзалары уға ҡушылып йырланы. Рәшиҙә Малыбаева ла Ишмөхәмәт сәсән төйәгенән сәләм еткереп, «Саңдыүҙәк» йырын башҡарҙы. Ирле-ҡатынлы Фәйзуллиндар рус халыҡ бейеүе менән сығыш яһаһа, ағалы-һеңлеле Ғөбәйҙуллиндарҙың башҡортса бейегәнен таң ҡалып ҡараныҡ. Резеда Баймөхәмәтованың «Бәхетлемен» йырын да тамашасылар яратып тыңланы.
Барлыҡ этаптарҙы ҡарағандан һуң, баһалама ағзалары кәңәшмәгә йыйылды. Бәйгегә ныҡлы әҙерләнеп килгән ғаиләләр араһында урындарҙы билдәләү еңел булманы уларға. Бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үткән Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһе Гран-при алды. Уларҙан ике балға ғына ҡалышҡан Мостафиндар беренсе урынға сыҡһа, Баймөхәмәтовтар менән Малыбаевтар икенсе урында еңеүсе тип табылды. Фәйзуллиндар һәм Ишәевтар өсөнсө урынды бүлеште. Фәритовтар — «Милли колорит һәм патриотизм» номинацияһында билдәләнде. Бөтә ҡатнашыусыларға ла «Южный» магазинынан төрлө суммалағы сертификаттар тапшырылды.
— Һәр ғаиләлә татыулыҡ усағы гөрләп-дөрләп янһын, тигән теләктә сарабыҙҙы тамамлайбыҙ. Китап менән дуҫ булайыҡ. Күберәк уҡыйыҡ! Балаларҙы, ғаиләне китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыусы китапханасы роле лә мөһим урын алып тора. Бөгөн ғаиләләрҙе һәм китап уҡыусы дуҫтарыбыҙҙы ошо сараға әйҙәп алып килеүсе, коллегаларыбыҙға ла оло рәхмәттәр еткерәбеҙ. Һеҙгә артабан да эшегеҙҙә уңыштар, күп китап уҡыусы дуҫтар теләйбеҙ. Һау булығыҙ, — тип тамамланы кисәне Зөлфиә Сафина.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: