«Башавтотранс» инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Йәғни, автобустар лизингҡа льготалы шарттарҙа бирелә.
2023-2024 йылдарҙа милли именлек Фонды средстволарынан рәсәй етештереүендәге 4,1 меңдән ашыу автобус һатып алыуға 44 миллиард һум аҡса бүленгән. Шул иҫәптән, 2023 йылда 2 меңгә яҡын автобус һәм 2024 йылда 2,1 мең.
Машиналар төбәк ташыусыларына йылына 6,8 процент менән ете йылға лизингҡа тапшырыла. Был проектты финанслауҙың дөйөм күләмендә ФНБ средстволарының өлөшө 60 процент тәшкил итәсәк.
Әйткәндәй, 2024 йылдың мартында Башҡортостандың Транспорт Министрлығы «Газпромбанк лизинг»аша ҡытайҙа етештерелгән 30 туристик автобус һатып алыуы тураһында иғлан иткәйне.