Милләтебеҙҙе һәм телебеҙҙе һаҡлар өсөн күп хеҙмәт талап ителә. Туған телдә өй эсендә һөйләшеп, аралашып йыраҡ китеп булмай. Телебеҙ йәшәһен өсөн, башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү мөһим. Мәҫәлән, сәхнәләрҙә яңғыраған башҡорт йырҙары ла әҙәби телде үҫтерә. Китап уҡыуҙарҙы тергеҙеү мотлаҡ. Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа балаларҙы китап уҡырға өйрәтергә, башҡорт телендә һөйләшергә йәлеп итергә бурыслы. Тағы ла замана менән бергә атлаған йәш быуын башҡорт телен өйрәнһен һәм телдә яҡшы аралашһындар өсөн гаджеттарҙа һәм смартфондарҙа төрлө уйындар, ҡушымталар уйлап табыла, республикабыҙҙа был йәһәттән күп эштәр башҡарыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк етәк-сеһе вазифаһына тәғәйенләнгәндән алып төрлө уңайлы осраҡтарҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теле булараҡ уның ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү тураһында үҙ фекерҙәрен әйтә, социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙа килә. Һәм һәр ваҡыт был эште бер көн эсендә генә башҡарыу мөмкин түгеллеген, ҙур уңыштарҙың бәләкәй аҙымдарҙан башланыуын билдәләй.
2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд булдырылды. Ойошма үҙенең ғәмәлдәге эшмәкәрлеген 2019 йылдың февраленән башланы. Фонд 2019 йылдан яңы проект – Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыуҙы булдырҙы. Акцияға ҡыҙыҡһыныу йылдан – йыл арта ғына бара. Ҡатнашыусылар һаны 2019 йылда 70 мең булһа, 2024 йылда 408 мең кешегә тиклем арта, уларҙың географияһы донъя масштабына етә.
Беҙҙең районда быйылғы Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында район үҙәгендә ике майҙансыҡ эшләне. Улар — Таһир Кусимов исемендәге гимназия һәм 1-се Асҡар мәктәбе.
— Башҡорт теленән диктант яҙыуҙа беҙ элек-электән әүҙемлек күрһәтәбеҙ. Регистрациялар үтәбеҙ, яуаплы кураторыбыҙҙы, дикторҙарҙы билдәләйбеҙ. Дикторҙар итеп башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын ҡуябыҙ. Быйыл бөтәһе 644 кеше диктант яҙҙы. Улар араһында уҡыусылар, уҡытыусылар, районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле кешеләр бар ине. Иң ҡыуаныслыһы – сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың тап беҙҙең майҙансыҡҡа килеп акцияла ҡатнашыуы. Быйыл да Зиниә Раил ҡыҙы, Лира Сәлимйән ҡыҙы, Рүзилә Иршат ҡыҙы һәм мин үҙем диктанттарҙы матур итеп уҡыныҡ, уҡыусыларға текстарҙың мәғәнәһен еткерә алғанбыҙҙыр тигән фекерҙәмен. Акцияны уҡыусыларыбыҙҙың рухлы йырҙары, «Алтынай» өлгөлө бейеү ансамбленең дәртле милли бейеүҙәре менән астыҡ һәм аудиторияларға таралышып, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ белгәндәргә һәм иркен аралашҡандар өсөн тексттар уҡылды. Ҡатнашыусыларҙың диктанттарын тикшерҙек, ғөмүмән әйткәндә, беҙҙең майҙансыҡта ҡатнашыусыларҙың күп өлөшө башҡорт телен яҡшы белгәндәр иҫәбендә, түбән баһа алғандар һирәк булды, — ти 1-се Асҡар мәктәбенең директор урынбаҫары Рита Харисова.
Таһир Кусимов исемендәге гимназияла Халыҡ-ара диктанттың координаторы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Шәрәфетдинова булған. Айгөл Сабирйән ҡыҙы әйтеүенсә, 8-се, 9-сы, 10-сы, 11-се класс уҡыусыларының береһе лә акциянан ситтә ҡалмаған. Оффлайн форматта 202 уҡыусы, 39 педагогик хеҙмәткәр һәм 11 ата-әсә ҡатнашҡан.
— Беҙ йыл да диктант яҙыу акцияһында ихлас ҡатнашабыҙ, быйыл да сара шул тиклем йәнле барҙы. Бигерәк тә үҫеп килеүсе быуындың телебеҙгә битараф булмауы, ихлас акцияға ҡушылыуы ҡыуандыра. Майҙансыҡта бөтәһе 252 кеше диктант яҙҙы, — ти Айгөл Сабирйән ҡыҙы.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа мәғариф ветераны Мөнирә Кирәева ла ҡушылды. Бер нисә быуын тәрбиәләгән уҡытыусы нисек ситтә ҡалһын инде?
— Диктанттың беренсеһен дә, икенсеһен дә яҙҙым. Мөнир Ҡунафиндың әҫәренән өҙөк уҡығандарында тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып, ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ултырҙым, сөнки унда Шайморатов тураһында һүҙ бара ине. Үҙебеҙҙең башҡортобоҙҙоң легендар батыры тураһындағы текст йәштәргә тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәте ҙур булды, тип уйлайым. Үҙемде башҡорт теле ҡағиҙәләрен теүәл беләмме, юҡмы икәнен белер өсөн дә яҙып ҡараным диктантты. Көнүҙәк тормошта ҡулланған ҡайһы бер һүҙҙәр телмәребеҙҙән юғала бара, шундай һүҙҙәр булған тексттар булһа, бигерәк яҡшы булыр ине. Башҡорт булыуым менән ғорурланам, телемдең иҫ киткес һығылмалы, нескә, наҙлы булыуына һоҡланам. Диктантты «бишле»гә яҙҙым, тик ойоштороусыларға әйтер һүҙем бар: диктор итеп уҡытыусы кешене һайлап алһалар ине, сөнки башҡа өлкәлә эшләгән кеше барыбер уҡыу техникаһын, нисек диктант яҙҙыртыуҙы белеп етмәй. Тиҙ уҡыйҙар, ҡайһы бер ерҙәрендә дикторҙар үҙҙәре лә һүҙҙәрҙең урындарын алыштырып әйтеп, диктант яҙыусыларҙы хаталандырҙы, — тигән фекерҙә Мөнирә Хәким ҡыҙы.
2023 йылда тәүге тапҡыр башҡорт теле буйынса беренсе онлайн-олимпиада уҙғарылды. Акция ярҙамында халыҡтың бөтә ҡатламдары үҙ көстәрен онлайн форматта һынап ҡарай алды. Ҡатнашыусылар һаны Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм 23 илдән 27 614 кеше тәшкил итә. 2019 йылдың июненән башҡорт теле буйынса курстар үткәрелә башланы.
Башҡорт телен цифрлаштырыу: 2020 йылда туған телдәрҙе дистанцион өйрәнеү өсөн «Туған тел донъяһы» белем биреү платформаһы булдырылды (һылтанма: https://bash-mir.ru/), «Бергәләп башҡорт телендә» һәм «Башҡорт теле: яңы ҡараш» уҡыу видеороликтары, «Матур башҡорт» телевизион проекты төшөрөлгән. (Рәсәй-Башҡортостан, Бөтә Өфө, Башҡортостан-24, Ҡурай-ТВ телеканалдарында трансляция). «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында «Минута Башкирского» проекты старт алды. Бынан тыш, 2020-2022 йылдарҙа башҡорт теленән рус теленә, рус теленән башҡорт теленә онлайн-тәржемәсе булдырылған һәм ул бөгөн дә камиллашыуын дауам итә https://bashkortsoft.ru/. Әйткәндәй, уны төҙөү өсөн гәзиттәребеҙҙең бер нисә йөҙ мәҡәлә тәржемәһе ҡулланыла.
2021 йылдан «Интерактив башҡорт» электрон веб-ресурсы әҙерләнә https://basic.bashlang.ru/, башҡорт телен өйрәнеү өсөн 14 берәмек мобиль ҡушымта, 5 миллионға еткән видеороликтар, рус һәм башҡорт телдәрендә сайт булдырылған https://ramigaripov.ru/, уникаль килеүселәр һаны 540 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. 2023-2024 йылдарҙа башҡорт телендә һөйләшкән аҡыллы «Һомай» колонкаһы төҙөлә.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгестәре смартфондар өсөн ҡушымталар әҙерләп сығарыусылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Аndroid һәм ios өсөн «IQБалаБаш» һәм «Inofon BASH» ҡушымталары донъя күрҙе. Шулай уҡ «Әлләсе» тип аталған программа тәьминәте лә бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Уйын форматындағы был ҡушымтаны өлкәндәр ҙә үҙ итте.
— Хәтерҙе нығытыуға, телмәр оҫталығын үҫтереүгә йүнәлтелгән «Әлләсе» мобиль ҡушымтаһы ла халыҡ араһында популярлыҡ яулай бара. Интерфейста ун меңгә яҡын һүҙ бар. Был программаны андроид нигеҙендә ҡоролған телефондарға күсереп була. Уйындың талаптары һәм ҡағиҙәләре ошо уҡ исем менән «Тамыр» телеканалында донъя күргән тапшырыуҙы ҡараусыларға яҡшы таныш. Әлегә «Әлләсе» мобиль ҡушымтаһын ун меңгә яҡын кеше ҡуллана. Ул башҡорт телен яңы ғына өйрәнә башлаусылар өсөн дә, яҡшы белеүселәр өсөн дә берҙәй ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, — ти яҡташыбыҙ Иҙел Хәкимов.
2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм Фән министрлығында айырым структур бүлексә – милли мәғариф идаралығы, БР мәғарифты үҫтереү институтында – милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге булдырылды. 2019 йылда I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы, 2020 йылда беренсе төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумы, 2023 йылдың октябрендә полилингваль белем биреү буйынса беренсе Халыҡ-ара форум үткәрелә. Сара йомғаҡтары буйынса бер нисә ҡарар ҡабул ителде, улар ярҙамында 2019-2023 йылдарҙа 8 полилингваль мәктәп асылды (Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында). Быйылғы йылда Баймаҡ һәм Тәтешле райондарында ошондай мәктәптәр асыу планлаштырыла. Бындай мәктәптәрҙең үҙенсәлеге — урындағы халыҡтың (башҡорт, татар, мари, удмурт һ. б.) телен тәрән өйрәнеү мөмкинлеге.
Дөйөм финанслау 3 520 621,0 мең һум тәшкил иткән «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» айырым дәүләт программаһы ҡабул ителде. 2023 йылға тиклемге осорҙа бөтәһе 133 кабинет интерактив таҡталар, проекторҙар, ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
2022 йылда «Туған телдә уҡытыу менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» айырым һөнәри оҫталыҡ конкурсы, 2023 йылда «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған «Туған телдә уҡытыу менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы булдырылды. 2023 йылда БР Хөкүмәтенең иң яҡшы башҡорт һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тапшырылған премиялар һаны 50-нән 100-гә тиклем арттырылды. 50 мең һум күләмендә аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә итеүселәр иҫәбенә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары һәм республиканың полилингваль мәктәптәре уҡытыусылары индерелгән.
Беҙҙең райондан был премияға Ташбулат урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илсиә Билалова үҙенең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм башҡорт телен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм ошо өлкәлә ирешкән ҡаҙаныштары өсөн, шулай уҡ милли сәнғәтте пропагандалауға индергән тос өлөшө өсөн лайыҡ булды.
Күптән түгел районыбыҙға Белгород өлкәһенән балалар килде. Улар Ташбулат урта мәктәбендә белем ала. Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы әйтеүенсә, балаларҙың башҡорт телен өйрәнеүгә теләктәре ҙур. 6-7 класс уҡыусыларының бөгөн күбеһе башҡорт телендә 50-гә тиклем һанай белә икән. Милли кейем көнөндә лә егеттәр ҡамса бүректәр, ҡыҙҙар иһә ҡашмауҙар кейеп, селтәрҙәр тағып башҡорт милли кейемдәрендә фотоға төшкән.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. 2019 йылдан телде популярлаштырыу маҡсатында районыбыҙҙа был көндә саралар, төрлө конкурстар, флешмобтар, акциялар ойошторола. Ҡатнашыуға халыҡтың бөтә ҡатламдары йәлеп ителә. Район хакимиәте башлығы һәм уның урынбаҫарҙары ҡатнашлығында мәғариф, мәҙәниәт буйынса саралар үткәрелә. Тораҡ пункттарҙың, ойошма-предприятиеларҙың, ер-һыу атамаларының дөрөҫ яҙылышын тикшереү маҡсатында быйыл Буранғол ауылы биләмәһендә урынлашҡан бина атамаларының дөрөҫ яҙылышын тикшерҙе. Был эште район хакимиәтенең социаль үҫеш буйынса начальнигы Гөлдәр Рәхимова етәкләй. Ул ауыл биләмәһе башлыҡтарына эште йөкмәтә, барышын аңлата һәм комиссиялар төҙөлә. Комиссия ағзалары күрһәтелгән өлгө буйынса хаталарҙы табырға һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенә еткерергә тейеш. Ауыл биләмәһе урындағы магазин хужаларын, ойошма-предприятиеларҙың етәкселәрен хаталары менән таныштырырға һәм уларҙы төҙәтер өсөн күпмелер ваҡыт бирергә бурыслы.
2019 йылда Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды тарафынан БР Дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә БР Башлығы гранттары конкурсы булдырылды. Йыл һайын финанслау 50 миллион һум тәшкил итә. Был һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге. Мәҫәлән, яҡташыбыҙ, Рауил ауылы ҡыҙы Динара Ғәлләмова тап ошо бәйгелә үҙенең «Йыр Алыш» проекты менән уңышлы сығыш яһап, ҙур еңеүгә өлгәшә.
2021 йылда бер төркөм Әбйәлил йәштәре тыуған яҡтарына ҡайтырға юлға сыға. Юлда улар ретро һәм заманса башҡорт йырҙарын тыңлай. Ошонан һуң әүҙем йәштәребеҙ башҡортса яңы уйындар һәм, ғөмүмән, йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн нисек тә булһа яңы идеяларҙы тормошҡа ашырырға кәрәклеген аңлай. Һәм шул саҡта башҡортса йырҙар менән бәйле уйын үткәреү идеяһы барлыҡҡа килә. Бер нисә аҙна үткәс, йәштәр уны тормошҡа ашыра — «Йыр Алыш» уйыны тиҙ арала республика буйлап тарала һәм популярлыҡ яулай бара. Тәүге мәлдәрҙә үк илленән ашыу йәштәр был сарала әүҙем ҡатнаша, бөгөн иһә музыкаль-күңел асыу уйынының майҙаны киң.
Башҡорт телен популярлаштырыу, Башҡортостан Республикаһы халҡын ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, шулай уҡ граждандар әүҙемлеген арттырыуға йүнәлтелгән проект еңеп сыға.
Беҙ хәҙерге шарттарҙа башҡорт әҙәби телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү мәсьәләләренең ҡайһы берҙәренә генә туҡталдыҡ. Уларҙы бер юлы, йәғни комплекслы хәл иткәндә генә был өлкәлә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшә аласаҡбыҙ. Туған телде үҙ балаларының телмәрендә үҫтергән башҡорт ғаиләһе, башҡортса һөйләү ҡеүәһен камиллаштырған балалар баҡсаһы, артабан башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәткән мәктәп-гимназия — ошо сылбыр өҙөлмәһә, туған телебеҙ яҙмышы өсөн хафаланырға урын ҡалмаҫ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был өс этапта ла кәмселектәр һәм ҡаршылыҡтар етерлек әле. Бөгөн ғаилә, мәғариф өлкәһенән тыш, башҡорт телен һаҡлаусы һәм үҫтереүсе ролен үтәгән радио, телевидение, китап, гәзит-журналдар, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңендә лә оло яуаплылыҡ ята.
Әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Э. Айытҡолованың «Беҙ бөтәбеҙ бер төптән һәм юҫыҡта эшләргә тейеш. Башҡорт теле һәм башҡорт халҡы башҡорттан башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй», тигән раҫ һүҙҙәренә таянырға тейешбеҙ.