Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса район хәрби комиссариатының иң яҡшы хеҙмәткәре тип танылған Эльвира Туйсина яуаплы, тырыш белгес булараҡ коллегаларының ихтирамын күптән яулаған. 1-се Асҡар урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Ҡырмыҫҡалыла бухгалтер һөнәрен алған ҡыҙ хеҙмәт юлын юҡҡа ғына хәрби комиссариаттан башламай. Бөтә ғүмерен тынғыһыҙ һөнәргә бағышлаған әсәһе юлын һайлай ул. 40 йыл хәрби комиссариатта бүлек начальнигы ярҙамсыһы булып эшләгән Ғәрифә Ямалова ҡыҙына эш нескәлектәрен өйрәтә.
— Әсәйем минең өсөн бар яҡтан үрнәк булып тора, үҙенең бай тәжрибәһе, кәңәштәре менән ныҡ ярҙам итте, мин уға рәхмәтлемен, — ти Эльвира Ришат ҡыҙы.
Кассир булып эш башлаған ҡыҙ Магнитогорск дәүләт техник университетында ситтән тороп юғары белемгә эйә була. Бөгөн Эльвира Туйсина мобилизацион ресурстарҙы планлаштырыу, иҫәпкә алыу һәм әҙерләү бүлеге начальнигы ярҙамсыһы вазифаһында эшләй. Уның ҡарамағында райондың бөтә кадрҙағы офицерҙары, уларҙың мөрәжәғәттәрен тиҙ арала хәл итергә тырыша. Махсус хәрби операция башланғас, тынғыһыҙ эше тағы ла ҡатмарлашҡан. Үҙ бурыстарын теүәл үтәгән белгескә хәрби комиссариаттың кадрҙар документацияһын алып барыуҙы ла йөкмәткәндәр.
Егерме йылға яҡын хәрби комиссариатта эшләгән Эльвира Туйсина һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип билдәләүҙәрен хеҙмәтенә оло баһа тип ҡабул иткән. Әйткәндәй, был награда тәүгеһе түгел. Ул намыҫлы хеҙмәте һәм яҡшы күрһәткестәре өсөн ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының Почет грамоталарына лайыҡ булған.
Эшһөйәр, тырыш хеҙмәткәр үҙенең һөнәр байрамын шундай ҡаҙаныштар менән ҡаршы ала. Эльвира Ришат ҡыҙына артабан да еңел булмаған эшендә уңыштар юлдаш булһын.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.