Йәмғиәт
16 Май 2024, 03:44

Яңы проекттар хупланды

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Унда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында яңы проекттар ҡаралды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Яңы проекттар хупландыЯңы проекттар хупланды
Яңы проекттар хупланды

Мәҫәлән, «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» компанияһының генераль директоры Айҙар Әбүзәров төбәктә автозаправка станцияларының  селтәрен үҫтереү һәм юл буйы сервисы хеҙмәттәре ассортиментын киңәйтеү буйынса бер нисә башланғыс тәҡдим иткән.

Күп функциялы автозаправка комплекстарын төҙөүгә инвестицияларҙың дөйөм күләме – 957,8 миллион һум буласаҡ. Ә автозаправкалау станциялары янындағы юл буйы сервисы объекттары 60-ҡа яҡын яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проекттар өҫтөнлөклө статус алған. Инвесторға шулай уҡ автозаправка өсөн ер участкаларын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.

***

Эшҡыуар Александр Павлов Туймазы районында «САВА»бренды аҫтында етештерелгән ит продукцияһы етештереүҙе яңыртыу пландары менән таныштырған.

Предприятие 1998 йылда асыла. Ул тәүлегенә 100 тоннаға тиклем ит һәм колбаса изделиелары сығара, төрҙәре 200 – ҙән ашыу. Уларҙы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә, шул иҫәптән Свердловск һәм Төмән өлкәләренә, Приморье крайына, Татарстанға һәм Ҡырымға оҙаталар.

Етештереү күләмен артабан арттырыу һәм сығарылған продукция ассортиментын киңәйтеү маҡсатында предприятие 2023 йылда яңы ҡорамалдар һатып ала башлай. Технологик комплексты модернизациялауҙы 2024 йылда тамамлау планлаштырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 130 миллион һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта 80 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Ярҙам саралары сифатында проект өҫтөнлөклө статусы алған. Инвесторға шулай уҡ һатып алынған ҡорамалдарға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау ҡаралған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас