+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май , 12:00

«Ерҙә тыныслыҡ ҡына булһын!»

«Юҡ, гәзиткә яҙып тороу кәрәкмәй. Минең урында күптәр шулай эшләр ине», — ватсапта яҙып ебәргән хәбәремә ошондай яуап алдым. Хәйер, ундай ҡырт киҫкәндәр хеҙмәт тәжрибәмдә бер бөгөн түгел. Ҡайһы берәүҙәрен юҡ икән юҡ тип тыныс ҡабул итәм, ә бәғзеләрен тиҙ генә ысҡындырғым килмәй, ныҡышып журналист һүҙен һүҙ итергә тырышам. Был осраҡта ла анһат ҡына бирешергә теләмәнем. Ҡәләм осома инде килеп эләккән буласаҡ геройым тураһында райондаштар мотлаҡ уҡырға, белергә тейеш тигән ҡарарымдан һис сикмәнем. Ахыр сиктә, ул да ыңғайланы. Геройҙың да ниндәйе — ысыны! Һүҙем махсус хәрби операция биләмәһендә ашнаҡсы булып хеҙмәт итеүсе райондашыбыҙ Хәмдиә Әбделғазина хаҡында булыр.

«Ерҙә тыныслыҡ ҡына булһын!»
«Ерҙә тыныслыҡ ҡына булһын!»

Эйе, күптәребеҙ Красная Башкирия урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы тип белгән Хәмдиә Зиннур ҡыҙы тап үҙе ул.
— 40 йыл буйы балаларға белем биреп хаҡлы ялға сыҡҡас, математиктар телендә әйткәндә, тормошомдо 180 градусҡа борҙом. Быға ғаиләбеҙҙә килеп тыуған үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ та тәьҫир итте, мин Себергә вахтаға сығып киттем. Ғүмер буйы мәктәп юлынан ғына атлап, донъяға балаларса бер ҡатлылыҡ менән баҡҡан миңә тормош ысынбарлығында асылды, ҡыҫҡаһы, алһыу күҙлегемде тиҙ «систем». Ғаилә тормошонда иҫ белгәнемдән белгән, бер ауылда тыуып-үҫкән, хатта бер класта уҡыған кеше менән 38 йыл ҡайғы-зар белмәй бәхетле йәшәнем. Балалар үҫеп таралышып бөткәс, бер көндө бер-беребеҙҙе еңә алмай, икебеҙ ике яҡҡа сығып китербеҙ тип ике ятып бер уйламаным. Мин вахтала саҡта тормош иптәшем дә үҙ ҡарарын ҡылып, МХО-ға китергә контракт төҙөнө. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен аңлар өсөн ошондай һынауҙар аша үтергә кәрәк булған, тимәк. Самат Һамарҙа хәрби слаживаниела булған саҡта вахта араһындағы өс ай ялымды янында үткәрҙем. Артабан улар махсус хәрби операция биләмәһенә ҡуҙғалды. Хушлашҡанда: «Мин күп уйлап тормам, кәрәк булһа, артыңдан ЛНР-ға ла барып етермен», тинем. Шул һүҙҙәрем Аллаһы Тәғәләнең: «Амин!» тип әйткән сағына тура килгән микән, Луганск Халыҡ Республикаһына килеүемә ике ай булып килә, — тип бәйән итте телефон аша бәйләнешкә сыҡҡан Хәмдиә апай.
Хәмдиә Зиннур ҡыҙы ире эргәһенә барып ҡайтырға булып 18 мартта юлға сыға. Бәлки ҡалырмын, тигән уй менән документ-фәләнен, башҡа кәрәк-ярағын ала. Сөнки икәү араһында алдан был темаға һөйләшеү булған була. «Өс ай инде ашнаҡсы юҡ, ҡоро-һары менән тамаҡ ялғауҙан асҡаҡлатты, әллә беҙгә аш бешереүсе булып киләһеңме, кәрәк булһа килермен тигәйнең?..» — ти тормош иптәше уйынлы-ысынлы. Хәмдиә апайға шул ғына етә ҡала. Хәйер, быға тиклем дә тиҙерәк тыныслыҡ яулар өсөн МХО-ға ирекмән булып китеү, берәй госпиталгә санитарка булып урынлашыу тураһында әҙ уйламай ул. «Беҙҙең быуынға Украинаға тиклем Афған, Чечня һуғыштары ла тура килде. Патриотизм тураһында беҙгә һөйләргә кәрәкмәй, илһөйәрлек рухы ҡаныбыҙҙа», — ти ул.
25 мартта хәрби гарнизонға килеп етә. Командир менән һөйләшә. Яугир ҡатынының теләге хуплана. Ысынлап та, ротала ашнаҡсыға ихтыяж ҙур була. Һалдаттарҙың тамаҡ бешеhеү түгел, йыш ҡына ашарға туҡтарға ваҡыттары ҡалмай. Шулай итеп, кисәге уҡытыусы ҡаҙан артына баҫа. Солярка менән яғылған мейестә аш бешереү бигүк уңайлы булмай. Аралашыуға ихлас ҡатын эргәләге ауылда йәшәүселәр менән дә танышып ала, ҡулланыуҙа кәрәкмәгән газ плитәһе, ҡулйыуғыс һорап килтерттерә. Хужабикәһе барлыҡҡа килгәс, кухняға ла ҡот ҡуна: кәрәкле йыһаз, һауыт-һабалар хәстәрләнә (инде туңдырыу камераһы табырға ҡалған), өҫтәл ябыуҙары түшәлә, һыу ҙа һуҙып бирәләр, иң мөһиме — тирә-яҡҡа тәмле аш еҫтәре тарала.
— Кухняла бер үҙем генә түгелмен. Ярҙамсым Алексей Нижний Тагилдан. Икәүләп тырышабыҙ. Мотлаҡ рәүештә хәрбиҙәргә төшкөлөккә һәм кискегә йылы аш бешерәбеҙ. Кухняла раздача ғына, блиндажға алып ҡайтып ашайҙар. Хәрби-ялан шарттарында нигеҙҙә консерваланған ризыҡ әҙерләү талап ителһә лә, ир-егеттәрҙе өй аштары менән дә һыйлағы килә. Ҡул аҫтындағы ингредиенттарҙан ябай ғына турамалар эшләп бирәбеҙ, ҡайһы берҙә картуф та ҡурабыҙ. Ҡоймаҡ ҡойған, йыуаса бешергән көн — байрам. Ҡыуанып китәләр. Ураҙа байрамында һарыҡ һуйҙырып ҡорбан ашы ашаттыҡ. Гуманитар ярҙам менән килгән ҡырҡылған һалма ла, ҡорот та бар ине. Икенсе көнөнә һарыҡтың эс-ҡарынынан пирәшки бешерҙем. Мине бында «ротная мама» тип йөрөтәләр. «Декабристка» тип тә ебәрәләр. Үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре иһә еңгәй тип өндәшә. Гусевтан, Дәүләттән, Рысҡужанан райондаштар бар, — тип һөйләй ул.
Әбделғазиндар айырым блиндажда йәшәй. Ҡатының артыңдан һуғыш һынлы һуғышҡа ҡурҡмай килеп еткәс, лайыҡлы ирһең инде, тип иптәштәре Самат ағайға ла ҙур хөрмәт менән ҡарайҙар икән. «Ә балаларға килгәндә, өлкән улым: «Әсәй, был һинең мөхәббәтме?» тип аптырап һораны, — ти 61 йәшлек геройым. «Эйе, мөхәббәт атайығыҙға ла, Тыуған илгә лә», — тип яуаплаған ул. Әйткәндәй, балалары башлы-күҙле булып айырым йәшәй уларҙың. Красная Башкирияла төпләнгән оло улдары ғаиләһе менән донъяларына ла күҙ-ҡолаҡ. Уртансы улдары Санкт-Петербургта, ҡыҙҙары Новосибирскиҙа йәшәй. Ҡыҙҙары һөнәре буйынса табип. Декабрҙә Самат Йәлил улы отпускыға ҡайтҡанда атаһын үҙенә саҡыртып дауалап оҙатҡан.
Башҡортостандан ылауҙар йыш килә, ти Хәмдиә апай. Әле ошо арала ғына Миәкәнән, Бүздәктән гуманитар ярҙам килтерелгән. Унан тыш таксистар ҙа йөрөп тора икән. Аҙыҡ-түлек артығы менән етә, уның урынына яугирҙәрҙе дрондар менән тәьмин итергә ине, ти фронттағы «бушаҡ» урындарҙы самалап өлгөргән ҡатын-ҡыҙ.
«Ҡурҡыныс түгелме?» — Хәмдиә Зиннур ҡыҙына урынһыҙ һорау биреүемдән уңайһыҙланам. «Ҡурҡыныс. Башта ныҡ ҡурҡыныс ине, — тип дауам итә әңгәмәсем. — Ләкин бөтә нәмәгә лә күнегәһең икән. Фронт бынан 50 саҡрымда ғына. Самолеттар аҫтан оса. Шартлауҙар ишетелә. Беҙҙең эргәләге ауылдың яртыһы шартлатылған, тирә-яҡта — емереклек. Тормош бында 90-сы йылдарҙа туҡтап ҡалған кеүек. Халыҡтың көнкүреше ябай. Беҙҙәге кеүек хөрриәт юҡ. Урындағы балаларҙың күҙҙәрендә ҡурҡыу сағыла. Кәнфит-фәлән бирһәң алмайҙар — күп тиҫтерҙәре шартлатҡыс ҡорбандары булған. Ара-тирә тревогалар булып тора. Ул ваҡытта бөтә эштәрҙе ташлап блиндажда ятабыҙ. Доғалар уҡыйым. Ерҙә тыныслыҡ ҡына булһын. Башҡа бер нимә лә кәрәкмәй».
Тиҙерәк бөтһөн һуғыш. МХО-ла йөрөгән ирле-ҡатынлы Әбделғазиндарға ла имен-һау тыуған яҡҡа ҡайтырға яҙһын. Ейәндәр һөйөп кенә йәшәй торған саҡтары...

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: