Тал Ҡусҡары ауылында донъя көткән Ғәрибә Ғәбдинур ҡыҙы һәм Ишмөхәмәт Үлмәҫбай улы Хәкимовтар ғаиләһе менән мин күптән таныш. Бәләкәй саҡтан Ғәрибә Ғәбдинур ҡыҙы урындағы мәктәптә эшләгәнгә күрә, уның ғаиләһе тураһында аҙмы-күпме яңылыҡтарға эйә булдыҡ. Шул алыҫ йылдарҙа уҡ Ишмөхәмәт Үлмәҫбай улының бик егәрле булыуын, көн һайын Магнитогорск ҡалаһына, һуңынан район үҙәгенә йөрөп эшләүе һәм был ғаилә парының өлгөлө булыуы хаҡында ла ишетеп белә инем. Хәкимовтар элек ниндәй булғандар, әле лә һаман шулай көләс йөҙлө, асыҡ сырайлы, киң күңеллеләр.
И. Хәкимов 1952 йылда Тал Ҡусҡары ауылында һигеҙ баланың бишенсеһе булып донъяға килгән. Ул заманда гөрләп торған Ҡусҡар башланғыс мәктәбен, һуңынан Ярлыҡапта һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Магнитогорск ҡалаһында иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан Ростов-тағы Дон ҡалаһында сапер булараҡ Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайта. Һайлаған һөнәре буйынса Магнитогорск металлургия комбинатында эш башлай. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙең фотоһүрәте Почет таҡтаһын биҙәй, намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була ул. Хөкүмәт тә уларҙы дәртләндереп, күтәреп тора. Эш эҙләп ситкә китергә лә кәрәкмәгән. Хеҙмәт һөйгән, ауыр эштән ҡурҡмағандар улар.
Ғәрибә Ғәбдинур ҡыҙы 7 бала араһында дүртенсеһе. Ата-әсәһе алдынғы колхозсылар була, шуға күрә үҙенән кесе туғандарын ҡарашыу, өй эштәрендә ярҙамлашыу уның иңенә төшә. Амангилде мәктәбен тамамлағандан һуң, Магнитогорск ҡалаһында штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә. Эш рәтен белгән, тырыш, ныҡыш ҡыҙ туранан-тура һөнәре буйынса металлургия комбинатында эш башлай. Йәш булһа ла үткер, үҙенә ныҡлы ышанған ҡыҙ тиҙ арала абруй яулап өлгөрә.
Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егет эшкә барғанында проходнойҙан үтеп, һул яҡҡа боролған һылыу ҡыҙ булып үҫеп еткән Ғәрибәгә иғтибар итеп ҡуя. Әбйәлилгә лә бер үк авто-буста ҡайтыр булалар. Шулай йәштәр осрашып йөрөгәндән һуң, ҡусҡарҙар Үтәгәндән кәләш әйттерергә китә. Туй ваҡыты билдәләнә. Йәштәр шулай тиҙ арала өйләнешеп тә ҡуя.
Ошоларҙы хәтерләп һөйләп ишеттергән Хәкимовтарҙың күҙҙәрендә һаман йәшлек мөхәббәтенең нурҙары балҡый. Бер-береһен ысындан яратҡан, хөрмәт иткән, ҡайғыртып торған парҙар барыбер башҡаларҙан айырыла. Уларҙың мөнәсәбәттәре, һөйләшкән саҡта тауыштарының йомшаҡ-лығы, мөлдөрәмә ҡараштары, барыһы ла ысын һөйөүҙең булыуын иҫбатлай.
Йәштәр башта Магнитогорск ҡалаһында төпләнә, уларға фатир ҙа бирәләр. Ғаиләгә йәм өҫтәп, тәүге сабыйҙары Вадим донъяға ауаз һала. Декрет ялынан һуң Ғәрибә Ғәбдинур ҡыҙы балалар баҡсаһына эшкә сыға, Ишмөхәмәт Үлмәҫбай улы яратҡан эшендә уңыштар ҡаҙана.
1986 йылда тыуған Рита исемле ҡыҙҙарына ҡала һауаһы һис тә килешмәй. Табиптарҙың кәңәше буйынса, улар ауыл ерендә йәшәргә тейеш булалар. Ғаилә башлығының тыуып үҫкән нигеҙе буш торғанға күрә, Ҡусҡарға ҡайтып төпләнәләр.
— Ҡала ерендә дүрт класс белем алған Вадимды мәктәп директоры ауылда уҡый алмаҫ, башҡорт теле ҡыйын бирелер тигәнгә Гусевҡа ебәрҙек. Рита ҡыҙым беренсе класҡа ауыл мәктәбенә барҙы. Ауылдан сыҡҡан кешегә ауыл еренә кире өйрәнеп китеү ҡыйын булманы. Киреһенсә, ҙур ихласлыҡ менән ең һыҙғанып донъя көтөргә тотондоҡ, мал-тыуар алдыҡ, — ти Ғәрибә апай.
Йүнсел Ишмөхәмәт ағай яңы йорт һалып инеүҙе хәстәрләй башлай, бура ла ала. Зәңгәр яғыулығы булмаған йәмле Ҡыҙыл буйы урамына төпләнә йәш ғаилә. Икеһе лә егәрле булғанға күрә, донъя көтөү ир менән ҡатын өсөн күңелле лә, мауыҡтырғыс та була. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр, һарай тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар тоталар. Уңған хужабикә эш араһында ҡышҡа ҡайнатмаларын, башҡа тоҙландырылған аҙыҡ-түлектәрен мул итеп әҙерләй, гөл-сәскә тәрбиәләргә лә ваҡыт таба. Хужа кеше һәр саҡ эштә булғанға күрә, Ғәрибә апайға тормош йөгөн күберәк үҙенә тартырға тура килә, шул уҡ ваҡытта Иҙәш, Айғырбатҡан, Юлдаш, Ҡусҡар ауылдары халҡына страховка хеҙмәте күрһәтә.
Ул һәм ҡыҙҙарына иш булып, тағы ла бер улдары донъяға килә. Ғаилә башлығы ла ҡала ерендәге эшен ташлап, район үҙәгендә урынлашҡан 61-се янғын һүндереү часенә эшкә урынлаша. Бында ла ул эшенә яуаплы ҡараған алдынғы хеҙмәткәргә әйләнә.
Шулай һәүетемсә генә донъя көтөп ятҡанда, ғаиләне яҙмыш сабырлыҡҡа, ныҡлыҡҡа һынай. 2008 йылдың йәмле йәйендә ғаилә башлығы еңел автомобиль менән юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Үлем менән йәшәү араһында оҙаҡ көрәшкәндән һуң, Ишмөхәмәт Үлмәҫбай улы ҡыйынлыҡтар аша үтеп, яңынан йәшәргә өйрәнә. Ғәрип булып ҡалыу сәбәпле, эшенән дә китергә мәжбүр була.
Донъяның бөтә ваҡ-мәшәҡәте ҡатын иңенә төшә, әммә балаларының ярҙамы менән бирешмәй Ғәрибә Ғәбдинур ҡыҙы. Донъяһын да көтә, урындағы белем усағына завхоз булып эшкә сыға. Ғаилә башлығы һис тә бирешергә теләмәй, әкренләп кенә ҡапҡа эсендәге барлыҡ хужалыҡ эштәрен эшләргә тырыша. Малын ҡарай, утын яра, баҡсаһын да хәстәрләй. Бары тик мейе күҙәнәктәре йәрәхәт алғанға күрә, хәтере юҡ, тиҙ генә онота.
Хәкимовтарҙың балалары өсөһө лә хәрби хеҙмәт юлын һайлаған.
— Минең бер туған ағайым мичман булды, һыу аҫтында хеҙмәт итте. Уның матур формаһына һәм погондарына ҡарап күҙем ҡыҙа ине. Йәшерәк саҡта хәрби юлдан китергә тигән хыялым булһа ла, яҙмыш икенсе юлдан алып китте. Һуңынан тормош иптәшем 61-се янғын һүндереү часендә эшләй башлағас, балаларыма ла гел уның формаһын күрһәтеп, хәрби булығыҙ, тип әйтә торған инем. Быға ирем дә ҡаршы булманы, — ти Ғ. Хәкимова.
Өлкән улдары Вадим Гусев урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 93-сө һөнәрселек училищеһында автомеханикҡа уҡый. Хәрби хеҙмәтен Чечняла үтәй, ул ваҡытта «ҡыҙыу нөктә»нең иң ҡурҡыныс мәле була. Ҡайтыу менән район эске эштәр бүле-генең юл-патруль хеҙмәтендә эш башлай. Һуңынан Магнитогорск ҡалаһының федераль язаларҙы үтәү хеҙмәтенең баш идаралығында эшләп, өлкән прапорщик дәрәжәһенә етеп хаҡлы ялға сыға. Бөгөн ул Күсем руднигындағы авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә хеҙмәт итә. Ғаиләһе менән Бикҡол ауылында төпләнгән.
Ҡыҙҙары Рита Ҡусҡар мәктәбендә уҡығандан һуң, Магни-тогорск педагогия училищеһының физкультура факультетын тамамлай. Вадим ағаһы кеүек ул да федераль язаларҙы үтәү хеҙмәтенең баш идаралығында эш башлай, ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетында юридик белем ала. Һуңынан район эске эштәр бүлегендә тәфтишсе булып та хеҙмәт итә. Ҡалала эшләгәнендә буласаҡ тормош иптәше Маратты осратып, алыҫ Себер тарафтарына үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләргә һәм йәшәргә китәләр. Норильск ҡалаһында енәйәт эше инспекцияһында эшләй. Тормош иптәше лә хәрби кеше, ул хаҡлы ялға сыҡҡас, кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Район үҙәгенең Көнсығыш-1 биҫтәһендә төпләнеп, бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Рита Ишмөхәмәт ҡыҙы ла лейтенант дәрәжәһендә, ошо арала тәүге пенсияһын алырға тейеш.
Кинйә улдары Дим бәләкәйҙән хәрби булырға хыяллана. Яҡшы уҡыған егетте уҡытыусылары икенсе юҫыҡҡа өгөт-ләһәләр ҙә, спорт менән даими шөғөлләнә, сыныға һәм үҙенең алдына ҡуйған маҡсатына ирешә. Екатеринбург юғары артиллерия команда училищеһында (хәрби институт) 5 йыл белем ала, һуңынан йүнәлеш буйынса Улан-Удэ ҡалаһына эшкә ебәрелә. Унда 12 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Анапа ҡалаһына күсерәләр. Ошо ваҡыт арауығында Дим Ишмөхәмәт улы Мәскәү һәм Красноярск ҡалаларында ситтән тороп юридик белем алған, һауа-десант ғәскәрҙәре буйынса спорт мастерына тиклем үрләгән. Тажиҡстан, Сүриәлә барған граждан һуғыштарында, Курил утрауҙарын һаҡлауҙа ла ҡатнаша. Бөгөн ул Украина биләмәһендә барған махсус хәрби операцияла.
Подполковник дәрәжәһенә еткән ир-егет штаб начальнигы булып хеҙмәт итә. Хәрби өлкәлә күрһәткән батырлыҡтары өсөн алған орден-миҙалдары күкрәген биҙәй. Өйләнгән, ҡатыны Виктория менән ике бала тәрбиәләйҙәр.
Ябай ғына ғаиләлә иңдәренә погондар тағылған, йондоҙҙар емелдәгән тырыш, эшһөйәр балалар тәрбиәләнгән. Тормош ҡаршылыҡтарына, һынауҙарына бирешмәгән, һынмаған ирле-ҡатынлы Хәкимовтар бөгөн хаҡлы ялда. Улар улдары Вадим менән Димдең, кейәүҙәре Мараттың ҡул көсө менән һалынған ике ҡатлы йортта тыныс ҡына ғүмер итә.
— Йәш барған һайын, йәшәүҙең мәғәнәһен, уның матурлығын нығыраҡ аңлайһың. Шуға күрә бер-береңде хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк. Тормош матур! Ҡәҙерҙәрен белегеҙ, — тип хәтер йомғағын һүтеүҙе тамамланы Ғәрибә ханым.
Бөгөн Хәкимовтар йәштәргә яҡшы үрнәк күрһәткән районыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренән һанала. Оло йәштәгеләр юҡтан ғына йәш парҙарға «тиң йәшәп, тиң ҡартайырға яҙһын» тип теләмәйҙәр. Башта был һүҙҙәргә артыҡ иғтибар итмәһәк тә, йәш уҙған һайын уның мәғәнә төбөнә саҡ төшөнә башлайбыҙ. Ауылдаштарым, Аллаға шөкөр, ҡырҡ биш йыл бергә иңде-иңгә терәп, матур итеп донъя көтөп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә оло ярҙам күрһәтеп бәхетле ғүмер кисерә.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.