Йәмғиәт
23 Май 2024, 02:30

«Химинвест» комплексы өс этапта төҙөлә

Башҡортостанда «Химинвест» компанияһының химия производстволары комплексы проекты 53,7 миллиард һумға өс этапта тормошҡа ашырыласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Химинвест» комплексы өс этапта төҙөлә«Химинвест» комплексы өс этапта төҙөлә
«Химинвест» комплексы өс этапта төҙөлә

Проект Салауат ҡалаһында тормошҡа ашыралар.

       Беренсе этапта 2024 йылдан 2027 йылға тиклем үҫемлек сеймалының яңыртылыусы сығанаҡтарынан яһалма полимерҙар етештереү буйынса завод эшләй башлаясаҡ, инвестициялар күләме 13,5 миллиард һум тәшкил итәсәк, 123 эш урыны булдырыласаҡ.

       Икенсе этапта 2025 йылдан 2028 йылға тиклем 22,3 миллиард һумға анилин етештереү буйынса завод төҙөләсәк, бында 228 кеше эшләйәсәк.

       Өсөнсө этап 2026 йылдан 2030 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ, уның сиктәрендә 17,9 миллиард һумға тринитротолуол етештереү буйынса завод төҙөләсәк һәм тағы 156 эш урыны булдырыласаҡ.

     Өс этапта ла продукция сығарыу ил өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. Проекттың маҡсаты — Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәтен үҫтереү һәм заманса технологиялар индереү юлы менән конкуренцияға һәләтлелекте арттырыу.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас