Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығы йыл башынан алып Европа илдәренә, Ҡытайға, Монголияға һәм Иранға экспортланған үҫемлек аҙығының 1887 партияһын контролдә тотҡан. Көнбағыш шроты һәм сөгөлдөр һығынтыһы тикшерелгән, уның дөйөм күләме 93 026 тонна тәшкил иткән. Был 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 8 мең тоннаға күберәк.
Мәҫәлән, Әлшәй һәм Шишмә райондарынан шәкәр етештереүселәр Ҡытайға дөйөм ауырлығы 22,9 мең тоннаға яҡын 902 партия сөгөлдөр һығынтыһы экспортлаған.
Латвияға 63 мең тоннанан ашыу 884 партия көнбағыш шроты оҙатылған.