3 һумлыҡ көмөш тәңкә (таҙа ҡиммәтле металдың ауырлығы 31,1 г, сплавтың пробаһы 925) 39,0 мм диаметрлы түңәрәк формаһында.
Тәңкәнең алғы яғында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербының рельефлы һүрәте урынлашҡан, “РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ”, “РӘСӘЙ БАНКЫ” тигән яҙыуҙар бар.
Тәңкәнең кире яғында«Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл» тигән яҙыу, ҡала гербының рельефлы һәм Совет майҙанындағы генерал Миңлеғәли Шайморатовтың һәйкәле ансамбле һүрәте бар, аҫта «ӨФӨ 450»рельефлы яҙыуы урынлашҡан. Тәңкәнең өҫкө һәм аҫҡы өлөшөндә рельефта һәм лазерлы матрировка менән башҡарылған орнамент элементтары эшләнгән.
Тәңкәнең ҡабырға йөҙө рифланған.
Тиражы өс мең дана.