Алһыу менән Фәриттең туйы бик ырыҫлы була. Ғаилә тантанаһында шаһит менән шаһитбикә миссияһын үтәгән иң яҡын дуҫтары ғүмерлек йәрҙәрен осрата. Кәләштең әхирәтенә кейәүҙең бер туған ағаһы күҙ һалһа, кейәү үңәре булып йөрөгән егет кәләштең бер туған һеңлеһен оҡшата һәм оҙаҡ көттөрмәй тағы ла ике туй гөрләй. «Шаһиттарыбыҙ менән 10 йылдан ашыу татыу апһын-бажалар булып йәшәйбеҙ хәҙер», — тип ҡыҙыҡлы хәлде йылмайып иҫкә алыуҙан башланы ғаилә тарихы тураһындағы бәйәнде Хоҙайбиргәновтар.
Улар Асҡар ауылының Көнсығыш-2 биҫтәһендә нигеҙ ҡорған. Хәҙерге йәштәргә хас булғанса донъяның ялына йәбешеп донъя көтәләр: бөтә уңайлыҡтары булған ике ҡатлы йорт һалғандар, ихатала ла бар нәмә үҙ урынында, төҙөк, гаражда бер түгел ике машина. Заман ауыр тип зарланғандар зар илай бирһә, йүнселдәр йүнен күрә. Алһыу менән Фәриткә лә әҙер донъя күктән яумаған. Ике яҡлап та ата-әсәләренән эшһөйәрлек, тырышлыҡ, намыҫ, әҙәп, рух кеүек күркәм сифаттарҙы мираҫ итеп алған улар. Фәрит Хәлилдә биш балалы татыу ғаиләлә хеҙмәттә сынығып буй еткерһә, игеҙәк ҡусты-һеңлеһенә хәстәрлекле апай, һәр яҡтан өлгө булған Ишкилде һылыуы Алһыу ҙа иртә ҡул араһына инә.
Күп Әбйәлил йәштәрен табыштырған Магнитогорск ҡалаһында бер-береһен тап итә ялан егете менән урман ҡыҙы ла. Комбинатта иретеп йәбештереүсе булып эшләгән Фәриткә педколледж бөтөп МАДУ-ла көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөгән Алһыу: «Диплом алғанымды көтһәң, һиңә кейәүгә сығам», — тигән шарт ҡуя. Ни өсөндөр дипломында үҙенең ҡыҙ фамилияһы яҙылырға тейеш тип иҫәпләй ул. Бәлки, уны уҡытып кеше иткән ата-әсәһенә рәхмәт йөҙөнән шулай телә-гәндер. Хәҙер ул ваҡыттағы принципиаллелеген көлөп иҫкә төшөрә үҙе. Егеткә дүрт йыл көтөргә тура килә. Был ваҡыт уларға үҙ-ара хистәренең са-лығын һынарға ла, һайлауҙың дөрөҫ-лөгөн иҫбатларға ла мөмкинлек бирә. Шулай итеп 2011 йылдың октябрендә йәш ғаилә усағы ҡабына.
Башта ҡалала төпләнгән йәштәр ике балалы булып киткәс, «Әсәлек капиталы»н файҙаланып, Асҡарҙа йорт күтәрә. Ғаилә башлығының тырышлығы менән ярты йыл эсендә үҙ өйҙәренә сығалар. Ә бынан өс йыл элек өсөнсөгә бәпәй көтөүҙәре билдәле булғас, Фәрит бала тыуғансы йортоноң икенсе ҡатын эшләп өлгөртә. Уның ҡарауы, өйҙә балаларҙың һәр береһенең үҙ мөйөшө бар.
— Ҡайны-ҡәйнәмә рәхмәт. Минең бәхетемә эшһөйәр, эсмәгән-тартмаған ул үҫтергәндәр. Ирем, ҡайныма оҡшап, бала йәнле. Эштән арып ҡайтһа ла, балаларға һәр саҡ иғтибары, һәр береһенә һөйөү-наҙы етә, улар менән уйнарға ла ваҡыт таба. Ә эш тиһәң, Фәрит йоҡламай ҙа эшләргә әҙер, — ти ҡатыны.
Эйе, алма ағасынан алыҫ төшмәй. Бер ауылдан булараҡ, Фәриттәрҙең ғаиләһен яҡшы беләм. Атаһы Данияр ағай ғүмер буйы иретеп йәбештереүсе булып эшләне, 30 йылдан ашыу дин юлында. Шуға күрә улының да мәктәп бөткәс, 104-се һөнәрселек училищеһында уҡып сығып, 19 йәшенән атаһы артынан комбинатҡа килеп, хәҙерге көнгәсә бил яҙмай эшләп йөрөүенә аптырайһы түгел. Иретеп йәбештереү буйынса иң юғары 6-сы разрядҡа һәм НАКС таныҡлығына эйә ул хәҙер. Әйткәндәй, Фәрит тә унынсы йыл инде намаҙҙа. Динебеҙ ҡушҡан бөтә ғибәҙәт-ғәмәлдәрҙе теүәл үтәй.
График буйынса сменалы эштә эшләгән ғаилә башлығы ял көндәрендә буш ятмай. Заказға семәрле ҡапҡалар, теплицалар эшләй. Тимерҙе бөгә, семәрҙәр сүкей торған махсус станок һатып алған. Йәй-ҡыш тимәй, ал-ял белмәй тырышҡас, ҡиммәткә төшкән ҡорамалдың хаҡын тиҙ ҡайтарған. Фәрит Данияр улы яһаған ҡупшы ҡапҡалар ҡайһы ғына төбәктәрҙе йәмләмәй икән?! Заказдар үҙебеҙҙең райондан ғына түгел, Белорет, Инйәр, Сермән, Мәғнит, Ҡыҙыл яҡтарынан да булып тора. Ә инде Асҡарҙа Хоҙайбиргәновтар йәшәгән Түңгәүер урамында үҙҙәренекенән башлап һәр йорт-хужалыҡты тиерлек оҫта яһаған күҙ яуын алырлыҡ ҡапҡалар биҙәй. Заказдарҙы илтеп ҡуйыуға шәхси «Газель» машинаһы ла бар. Шуға күрә уға алыҫ яҡтарҙан да мөрәжәғәт итәләр. Туғыҙ йәшлек улы Ильяс та күптән ҡул араһына ингән, атаһының төп ярҙамсыһы. Малайға станокта биҙәктәр яһау буйынса ышанып тапшырылған операциялар бар. Атаһының хуплауына ирешер өсөн бик тырышып эшләй. Баланың хеҙмәте, әлбиттә, дәртләндерелә лә. «Үҙем эшләгән аҡсаға телефон һатып алдым», — тип маҡтана ул. Ғөмүмән, йәш булһалар ҙа, Хоҙайбиргәновтар кредитһыҙ йәшәүҙе маҡсат итә. Бөтә тапҡан малдары хәләл аҡсаларына һатып алынған.
Силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, Фәриткә эшкә тилбер, аҡыллы килен тура килгән. Алһыу Биктимер ҡыҙы ла тиктормаҫ тынғыһыҙ заттан. Ул үҙәк район китапханаһында әйҙәүсе китапханасы булып эшләй. Педагогик йүнәлешле ике дипломы булһа ла, бер көн дә тәрбиәсе йә уҡытыусы булып эшләргә яҙмаған. «Бәләкәйҙән китап уҡырға яратыуым китапханаға алып килде. Эшемде яратам. Был системала эшләүемә 15 йыл инде. Студент саҡта Магнитогорскиҙың бөтә китапханаларында ла «Уҡыусы билеты»м була торғайны. Хәҙер ҙә күп уҡыйым, художестволы әҫәрҙәргә һәм психология буйынса китаптарға өҫтөнлөк бирәм», — ти ул. Өйҙә иһә Алһыу бар яҡтан килгән бик шәп хужабикә. Төрләндереп аш-һыу яраштырырға, тәмлекәстәр бешерергә, гөл-сәскәләр үҫтерергә маһир. Бөхтә, зауыҡлы йортта ҡот уйнай. Ҡыҙҙарын да өй эштәренә йәлеп итә. Көндәлек мәшәҡәттәр араһында белемен үҫтереү, яңы шөғөлдәр үҙләштереү маҡсатында төрлө мастер-кластарҙа ҡатнаша. Экоротангтан зауыҡлы кәрзин-кашполар үрергә өйрәнгән. Онлайн рәүештә турагент булып эшләргә лә өлгөрә. Ә шулай ҙа үҙенең төп бурысы ғаилә усағының йылыһын һүрелтмәү, балалар тәрбиәләү булыуын да онотмай ул.
Хоҙайбиргәновтарҙың тап-таҙа башҡортса һөйләшкән рухлы, һәләтле балалар үҫтереүе һоҡландыра һәм маҡтауға лайыҡ. Гүзәлиә гимназияла 5-се класта тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә, фотоһүрәте мәктәптең Почет таҡтаһында тора. Әле 11 йәштә генә булыуына ҡара-маҫтан, ҡыҙыҡайҙың уңыштары шаҡтай. Балалар баҡсаһында йөрөгән сағында уҡ «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» республика бәйгеһендә ҡатнашҡан, «Гүзәлкәй» район конкурсында өсөнсө урын яулаған. Әлеге ваҡытта ул үҙен төрлө өлкәләрҙә һынай, эҙләй: «Мираҫ» театрында уйнай, нәфис һүҙ оҫталары конкурстарында ҡатнаша, инглиз теле буйынса өҫтәмә белем ала, район мәҙәниәт йортона хип-хоп түңәрәгенә йөрөй, вокал менән шөғөлләнә, «Лайк» платформаһындағы аккаунтын әүҙем алып бара, цирк студияһына ла йөрөп алған. Гүзәлиә район мәҙәниәт йортонда уҙғарған Яңы йыл иртәлектәрендә алыштырғыһыҙ Ҡарһылыу ҙа. «Күңелем йырсы булыуҙы теләһә лә, ҙурайғас стоматолог булам», — ти ул хыялы менән уртаҡлашып.
Ильяс 3-сө класта уҡый, ударник. Ул үҙен спорт өлкәһендә һынай — грэпплинг менән шөғөлләнә. Тренеры Шамил Ғиниәтов малайға ҙур өмөттәр бағлай. Секцияға ағымдағы уҡыу йылынан ғына яҙылыуына ҡарамаҫтан, ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай. Миҙалдары күп кенә, улар араһында Сибайҙа республика турнирында I урын яулаған өсөн бирелгән кубогы ла бар. МХО батырҙары Фидан Солтанов, Азамат Дәүләтҡолов иҫтәлегенә асыҡ район беренселектәрендә — икенсе, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә бағышланған «Комбат» ярышында өсөнсө урын алған. Ильястың башҡа юҫыҡтарҙа ла ҡаҙаныштары бар, портфолиоһын биҙәгән грамоталарҙы бик ихлас күрһәтте ул. Мәҫәлән, «Боевое братство» ойошмаһы уҙғарған «Һалдатҡа хат» район конкурсында малай өсөнсө урын алған. Бөтә класс менән бейейҙәр ҙә икән. Уларҙы хореограф Эльвира Килдейәрова 1-се кластан бейетә, яңыраҡ Магнитогорскиҙа уҙған «Dance Energy» халыҡ-ара конкурсында «Ковбойҙар бейеүе» менән беренселек яулағандар.
Ғаиләләге төпсөк — телдәр, үткер һәм ҡурсаҡ кеүек һөйкөмлө Сафия үҫеп еткәс бөтәһен дә уҙҙырыр әле. Ҡыҙыҡайҙың үҫешендә апай-ағайының роле ҙур, бәләкәй генә булһа ла, өлкәндәрсә фекер йөрөтә, бөтәһен дә ауыҙына ҡаратып ҡойоп хәбәр һөйләй, хатта кинйәләргә хас еңмешлек менән үҙе тирәләй «бейетә» лә. Сафияға өс кенә йәш әле, ул «Миләш» балалар баҡсаһына йөрөй.
Бына шундай татыу, тырыш, маҡсатлы йәш ғаилә менән танышыуыма шат булып, уларҙың тормошон түкмәй-сәсмәй һеҙгә лә һөйләгем килде. Ғаилә менән бергә булыу, берҙәмлек тойғоһо уларҙа бик көслө. Хеҙмәттә лә, ялда ла улар гелән бергә. Күмәкләп сәйәхәт итергә яраталар, ошо маҡсатта минивэн да һатып алғандар, айыҡ аҡыл менән сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар. Бөтә донъя Яңы йыл ҡаршылағандан һуң ял иткән 1 ғинуар иртәһендә Хоҙайбиргәновтар ғаилә менән «Теләктәр марафоны»на йүгерергә сыҡҡан. Әйткәндәй, Ильяс уҙыштың иң йәш ҡатнашыусыһы исеменә лайыҡ булған.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.