Балалар — беҙҙең киләсәк! Йыл һайын йәйҙең беренсе көнөндә бөтә Ер шарында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Был ябай байрам түгел, ә бәләкәс ватандаштарыбыҙҙың ғүмере, һаулығы һәм яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тураһында йәмғиәткә иҫкәртеү ҙә. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү — һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балалыҡты дәүләт һәм йәмғиәт ышаныслы яҡлай. Беҙ балаларҙың физик һәм рухи һаулығы тураһында хәстәрлек күрергә, улар сифатлы белем алһын өсөн шарттар булдырырға бурыслыбыҙ.
Иртән һауа торошо бер аҙ ҡурҡытып, утлы ҡамсыһын уйнатып, күҙ йәштәрен сылатып алһа ла ары алай ҙа аяҙытып, ҡояш апай йылмайып ебәргәс, күптәрҙең ҡыуанысының сиге булмағандыр. Шишмә буйы балаларҙың сыр-сыу килгән күңелле тауыштарынан яңғырап торҙо. Ауыл балалары ғына түгел, ҡырҙан өләсәй-олатайҙарына ялға, каникулға килгән балаларҙың да күп булыуҙары ҡыуандырҙы. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан, хатта халыҡ телендә «күбәләктәр» тигән даны сыҡҡан Байым яҡтарынан, Баймаҡ, Хәйбулла, Белорет райондарынан, күрше Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарҙы Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин сәләмләне.
— Хөрмәтле балалар, ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр! Беҙ бала саҡта Ҡаҙмаш мәктәбе уҡыусылары йыл да ошо Биксура аҡланында һабантуйға йыйыла инек. Ошо йоланы тергеҙеү маҡсатынан, шулай уҡ быйылғы Ғаилә йылы сиктәрендә, 1 июнь — балаларҙы яҡлау көнөндә тап балалар өсөн генә һабантуй ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Аҙаҡ барыһы ла был тәҡдимде күтәреп алды һәм бына шулай үҙ көсөбөҙ менән балаларға байрам ойоштороп ебәрҙек. Ә ни өсөн балалар һабантуйы тигәндә, кескәйҙәр бәләкәйҙән үҙҙәренең ырыуын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, күреп үҫһен өсөн. Беҙҙең биләмәгә бөтәһе 5 ауыл ҡарай, байрамға бөтә балалар ҙа саҡырылған. Бөгөнгө һый-хөрмәт, уйын-көлкө тап беҙҙең киләсәк — балалар өсөн ойошторолған. Матур ял итеүегеҙҙе теләйем, — тине Вадим Рәфҡәт улы.
Ялан кескәйҙәр тауышынан гөрләп торҙо. Уйындарҙың ниндәй генә төрө уйнатылманы, сыбыҡ менән уҙыш, тоҡ менән һуғышыу, тоҡ кейеп йүгереү, көршәк ватыу, арҡан тартышыу кеүек уйындар булды. Сабыйҙар рәхәтләнеп йүгерештеләр, һикерҙеләр. Ҡул көрәше, таяҡ тартыш, төрлө ауырлыҡтағы таштарҙы күтәреү, гер күтәреү, милли көрәш, волейбол, футбол уйындары ярышы иң көслөләрҙе, етеҙҙәрҙе бер урынға йыйҙы. Күңел асыу сараларын Асҡар ветеринар үҙәге станцияһы хеҙмәткәрҙәре, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренеры Азамат Атауллин, Ҡаҙмаш һәм Амангилде урта, Рысҡужа башланғыс мәктәбе хеҙмәткәрҙәре ойошторған ине.
Сауҙа рәттәрендә лә ниндәй генә тәтәйҙәр һәм мәмәйҙәр юҡ ине! Бәләкәстәр шәкәр мамығы, попкорн, һөтлө коктейлдәр, туңдырмалар, башҡа тәм-томдар ашап кинәнде. Күҙ алдында бешерелгән бөйөрөктәрҙән, бәлештәрҙән ауыҙ итте.
Һабантуйҙы йәмләгән концерт номерҙары ла балаларҙың, урындағы һәүәҫкәр әртистәрҙең сығыштарынан торҙо. Йыр-бейеү конкурсында ла кескәйҙәр һынатманы, райондың ғына түгел, республиканың төрлө тарафтарынан килгән балалар үҙҙәренең һәләтен күрһәтте. Яңы ғына донъяға килгән сабыйҙар ҙа (Зөһрә менән Ғәлинур Һибәтовтарҙың ҡыҙҙары, Үтәгәндән Рәмилә һәм Айнур Мәғәфүровтарҙың малайҙары), шулай уҡ ошо арала тыуған көндәрен билдәләүсе балалар — Рәдиф Бикйәнов, Нурания Әүбәкирова, Анисар Ғайсин да бүләкһеҙ ҡалманы байрамда.
Һабантуйҙа ҡатнашҡан бер кем дә призһыҙ ҡалмағандыр, моғайын. Төшкө ашҡа балаларҙы тирмәләрҙә тәмле былау, төрлө тәмлекәстәр менән дә һыйланылар.
— Бер нәмәгә ҡарамай, ваҡыттарын йәлләмәй, ошондай иҫ киткес күңелле, бай йөкмәткеле байрам ойошторған ойоштороусыларға, ярҙам ҡулы һуҙған бағыусыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! Балалар һабантуйы йыл һайын уҙып торһон, илдәр тыныс, күк йөҙө аяҙ, балалар бәхетле булып үҫһен, — тип тамамланы һабантуйҙы Амангилде ауылы биләмәһе башлығы.
Биксура буйын сүп-сарҙан таҙалауҙан башлана был эш. Тап һабантуй урынын таҙалау өсөн ике тапҡыр субботник ойоштора Вадим Рәфҡәт улы. Бында мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре, биләмәләге актив әүҙем ҡатнаша.
Биләмәнән сыҡҡан эшҡыуарҙарҙың ҙур көсөн баһалап китеү мөһим. Вадим Рәфҡәт улы әйтеүенсә, сәхнә, эскәмйәләр, ҡунаҡтар өсөн ашап-эсеү урындарын эшләү өсөн урындағы эшҡыуарҙар таҡтаһын да, тимерен дә, аҡсаһын да биргәндәр. Малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ит, һөт менән бушлай тәьмин итһә, техникалары бар кешеләр «тимер ат»тары менән ярҙам ҡулы һуҙғандар. Ир-уҙамандар, ауыл хакимиәтендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ирҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларының, мәктәп коллективтарының дәррәү һәм берҙәм эше менән тиҙ арала һабантуй урыны сәхнәһе, эскәмйәһе, һатыу итеү өсөн сауҙа рәттәре, ашау-эсеү өсөн тирмәләре булған күркәм аҡланға әүерелә.
Ысынлап та, балалар өсөн тәғәйенләнгән һабантуй тәүге тапҡыр уҙғарылһа ла, юғары кимәлдә үтте. Бында балалар ғына түгел, ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә шатланып-ҡыуанып ҡайтты. Балаларҙың сығыштарынан һуң, концертты халыҡ араһында МС Баш (Заһит Ҡунафин) ҡушаматы аҫтында танылыу яулаған йырсы дауам итте. Уйын-көлкө, йыр-бейеү, милли уйындарҙан бер кемдең дә айырылғыһы килмәй ине, аҡланда кискә ҡәҙәр музыка яңғыраны.