Райондың йәмәғәт палатаһы рәйесе Бикбай Насырйәнов алдағы йылдарҙа эшләнгән эштәр буйынса отчет тотто. Урындағы ҡоролтай рәйесе Вил Илһамов йәмғиәтте берләштереүгә ҡоролған һорауҙар буйынса сығыш яһаны. Район инвалидтары ойошмаһы етәксеһе Нәсимә Әҡсәнова район үҙәгендә һәм район буйынса һаулыҡтары сикләнгән кешеләрҙең проблемаларын күтәрҙе.
Әле "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеүҙәр дауам итә.