Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Кристина Недорезова халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, урындағы мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәрергә саҡырҙы.
БР йәмәғәт палатаһы вәкиле Булат Сафин район инвалидтарын борсоған мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды.
“Түңәрәк өҫтәл” эшен дауам итеп халыҡтың төрлө һорау-мөрәжәғәттәренә республика йәмәғәт палатаһы ағзалары яуап бирҙе.
Район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәнова район үҙәге ойошмаларының бөтәһендә лә инвалидтарға ирекле хәрәкәт итеү шарттары булдырылмауына зарланды. Ойошма дүрт проектта еңеү яулаған, ә хәҙер уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн этәргес ярҙам кәрәклеген әйтте.
Гусев ветерандар советы рәйесе Венера Шәйхисламова ауылда дарыухананың булмауы, ФАП-та дарыу һаҡлау өсөн шарттар юҡлығы тураһында һөйләне.
Асҡар үҙәк дауахана вәкиле хәбәр итеүенсә, районда 60 ФАП бар, уларҙа аптека дарыуҙарын һаҡлау өсөн шарттар булдырылмаған, бының өсөн ҙур суммала аҡса кәрәклеген белдерҙе. Красная Башкириянан Гөлйөҙөм Сынғыҙова мәктәптә стоматология бүлмәһе булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе, балалар оло юлдан мәктәпкә йөрөүе, унда тротуар кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шулай уҡ Дәүләт ауылы вәкиле ауыл клубының емерелеү хәлендә ҡалыуын әсенеп һөйләне. Борисовка ауылында газ булмауын да әйтеп үттеләр. Юлия Ҡаһарманова балалар баҡсаһындағы туҡланыу рационы хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Амангилделәрҙе Ҡыҙыл йылғаһы аша күпер булмауы борсой, ә бөтә халыҡтың сабынлыҡтары йылғаның аръяғында урынлашҡан. Ташбулат ауылынан Асия Ниғмәтова йылытыу миҙгеленә “Родина” ЯСЙ-һының ҡаҙанлығы тоҡандырылмаясаҡлығы тураһында иҫкәртте, был мәсьәләне хәл итеүҙе һораны.
Һөйләшеүҙә тағы ла бихисап һорауҙар күтәрелде. Асыҡ һөйләшеү ойошторған йәмәғәт палатаһына рәхмәтен белдерҙе.