-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль , 18:27

«Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай алыусылар 23,6 мең кеше

1 июлдән Башҡортостанда 23,6 мең льготалы категориялы кеше «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай ала. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

«Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай алыусылар 23,6 мең кеше
«Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай алыусылар 23,6 мең кеше

   Улар иҫәбенә, йөклө ҡатындар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм өс йәшкә тиклемге балалары булған махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре инә.

        Белеүебеҙсә, “Һөт кухняһы " Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2019 йылда булдырылды. Был осорҙа республикала ете етештереү цехы, атап әйткәндә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Белоретта һәм Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында асылды. Башҡортостан буйынса,  132 биреү пункты эшләй, шул иҫәптән дарыуханаларҙа һәм поликлиникаларҙа. Шулай уҡ, дүрт автокибет 61 алыҫ һәм кеше аҙ йәшәгән тораҡ пункттарына сығып тарата.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: