+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль , 07:00

Путин украина конфликтын хәл итеү идеялары өсөн ШОС лидерҙарына рәхмәт белдергән

Мәскәү Украиналағы конфликтты хәл итеү буйынса Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) илдәре лидерҙары тәҡдимдәрен  иҫәпкә алырға әҙер, тип белдергән Рәсәй Президенты Владимир Путин, берләшмә  дәүләттәре башлыҡтары советы ултырышында сығыш яһап. #Владимир Путин

Путин украина конфликтын хәл итеү идеялары өсөн ШОС лидерҙарына рәхмәт белдергән
Путин украина конфликтын хәл итеү идеялары өсөн ШОС лидерҙарына рәхмәт белдергән

"Хөрмәтле коллегалар, был конфликтты көйләү буйынса тәҡдимдәр өсөн Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаларына рәхмәтлебеҙ. Рәсәй, һис шикһеҙ, һеҙҙең идеяларығыҙҙы һәм башланғыстарығыҙҙы иҫәпкә алырға әҙер», — тигән Владимир Путин. Саммит барышында Путин июнь уртаһында Рәсәй властарының конфликтты көйләүҙең тағы бер вариантын тәҡдим итеүен һөйләгән.  Әгәр уны икенсе яҡ ҡабул итһә, «бер юлы, хәрби хәрәкәттәрҙе кисекмәҫтән туҡтатырға, кешеләр ғүмерен һаҡлап ҡалырға һәм һөйләшеүҙәр башларға» мөмкинлек бирер ине, тигән ул. Әммә уның өсөн, Президент билдәләүенсә, Украина һәм уның ”Көнбайыштағы  бағымсыларынан” яуап талап ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: