+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль , 07:30

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары тикшерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Ғаилә йылына арналған сараларҙы тормошҡа ашырыу барышын тикшергән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары тикшерелде
Күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары тикшерелде

Белеүебеҙсә,  Ғаилә йылы федераль кимәлдә  ғинуарҙа «Рәсәй» халыҡ – ара күргәҙмәһе майҙансығында «Туғандар-яратҡандар» Бөтә Рәсәй ғаилә форумында старт алды.  Башҡортостанданундаөсғаиләҡатнашты.

- Өфөлә Волга буйы федераль округы ғаиләләре араһында «Был беҙҙең ғаиләлә» Бөтә Рәсәй конкурсының округ ярымфиналы уҙҙы. Унда 377 команда, шул иҫәптән Башҡортостандан 53 ғаилә ҡатнашты. Республиканан 7 команда ошо көндәрҙә Мәскәүҙә уҙғарыласаҡ конкурстың финалына барасаҡ, - тигән Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Министр халыҡҡа ғәмәлдәге ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән мәғлүмәт сервистарын булдырыу буйынса алып барылған эштәр хаҡында ла һөйләгән. Мәҫәлән, республикала «Балалы ғаиләләргә нимә тейешле» белешмәһе эшләй. Ленара Иванова Ғаилә йылында эшләй башлаған яңы ярҙам саралары менән таныштырған. Улар иҫәбендә-күп балалы ғаиләләрҙең дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, парктарға, күргәҙмәләргә бушлай йөрөүе. Бындай ғаиләләрҙән уҡыусы балалар 1 сентябрҙән ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй аласаҡ, ә колледжда уҡыусылар өсөн уҡыу хаҡының 50 проценты күләмендә компенсация ҡаралған. Бынан тыш, балаларҙы ҡарауға алған ғаиләләр өсөн түләү 18,5 процентҡа артҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: