Йәмғиәт
12 Июль 2024, 11:05

Бәхет баҫҡыстарын барлап...

Ғаилә йылына нарыҡлап район ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған “Ғаилә бәхете баҫҡыстары” район фестиваль-эстафетаһын дауам итеп Асҡар, Гусев һәм Ҡырҙас ауыл биләмәләре үҙҙәренең үрнәк булырҙай күркәм ғаиләләрен тәбрик итте.

РДК-ла уҙған ҙур сара Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә лә бағышлап уҙғарылды. Һәм ул мәҙәниәт йортон тулыһынса ялмап алды. Фойела ла, тантаналар залында ла оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре күргәҙмәләре йәйелдерелде, шунда уҡ мәрйендән милли биҙәүестәр эшләү, балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ бүлешеү дәрестәре лә ойошторолдо. Оҙон өҫтәлдәргә теҙелгән аш-һыу бер зал кешене туйҙырғандай мул ине. Ҡыҫҡаһы, бар эшкә маһир, егәрле ҡатын-ҡыҙҙар һәм байрамға саҡырылған күмәк балалы ғаиләләр, алтын парҙар мөһабәт мәҙәниәт йорто бинаһын үҙҙәре менән алып килгән өй йылыһына, ҡотҡа ҡойондорҙо. Әлбиттә, тормош булғас, проблемалары ла булғылай. Райондың социаль хеҙмәттәре сара сиктәрендә ғаилә мәсьәләләре буйынса консультациялар уҙғарҙы, юридик, психологик ярҙам күрһәтте, ғаилә ағзалары – улдары йәки ирҙәре әлеге ваҡытта МХО-ла ут эсендә йөрөгән яугирҙәрҙең яҡындары һәм алғы һыҙыҡтан ҡайтыусы ир-егеттәр иһә “Ватанды һаҡлаусылар” фонды социаль координаторҙары өҫтәле артында үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуаптар алды.
Фестивалдең рәсми өлөшөн асыу хоҡуғы район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Э. Ә. Ҡунафинаға бирелде. Элиза Әкрам ҡыҙы ғаиләләрҙең бәхет баҫҡыстарын райондың бөтә ауыл биләмәләрендә лә барлап сығасаҡтары тураһында әйтте. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы етәксеһе Г. Ғ. Ҡолһаринаның килеп етеүе ғаилә байрамының мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы беҙ йәшәгән еңел булмаған дәүерҙә һәр кем өсөн иң ҙур терәк һәм тыл булып ғаилә тороуын билдәләне һәм ошо ҡәлғәнең бер ҡасан да емерелмәүен, ныҡлы, нурлы, ырыҫлы булыуын теләне. Фонд филиалы етәксеһе ил тыныслығы, беҙҙең именлек өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, ҡаһарманлыҡ күрһәткән ир-егеттәрҙең ғаиләләрен бүләкләп үтте. Әлиә Хали- ҡова, Альбина Ғиззәтова, Гөлнур Са- фиуллина, Мәрйен Әҙелгәрәева һәм Линара Ласынованың – ирҙәре, Тәғзимә Мәхмүтованың ғәзиз улы әлеге ваҡытта һуғышта йөрөй, барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Шәхси эшҡыуарҙар Лилиә Ғәскәрова, Радмир Тутманов, Вячеслав Трушин, Т. Кусимов исемендәге гимназияның хужалыҡ эштәре мөдире Розалия Хәйбуллина, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙған ирекмәндәр Әбделмәмбәттән Вәсилә Вафина, Ташбулаттан Зинира Фәтхуллина, Ҡырҙастан Флүрә Хәмитова әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн бүләкләнде. Ә инде ғаиләһендә генә түгел, йәмғиәтебеҙҙә башҡарған хеҙмәте, изге ғәмәлдәре менән милләт-әсәһе булырҙай иң әүҙем заттарыбыҙ Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалына лайыҡ булды. Улар – педагогик хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар Буранғол мәктәбен етәкләгән, ауыл биләмәһе башлығы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, хәҙерге ваҡытта ветерандар советы рәйесе булған Хәҙисә Хилалова һәм Асҡар ауылынан хеҙмәт ветераны, халыҡ дауалаусыһы, үҙ балаларын үҫтереп бөткәс, етем ҡалған ейәндәрен аяҡҡа баҫтырыусы Асия Хәйбуллина.
Район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров күп балалы ғаиләләрҙе, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән парҙарҙы, ысын ир-егет, яугир улдар тәрбиәләүселәрҙе һәм башҡа үрнәк булырҙай ғаиләләрҙе тәбрик итеү, уларға оло ихтирам белдереү фестивалдең маҡсаты тип билдәләне һәм Асҡар, Ҡырҙас, Гусев ауыл биләмәләренән нәҡ шундайҙарҙы район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне лә. Бына улар – Асҡарҙан Гөлшат һәм Рифат Солтановтар, Ҡырҙастан Нәргизә һәм Рөстәм Баймөхәмәтовтар, Флүрә һәм Рөстәм Мәсәлимовтар, Гөлиә һәм Рәдиф Ғәлимйәновтар, Ләйсән һәм Рөстәм Сафиуллиндар, Таңсулпан һәм Илшат Ғиниәтовтар, Гусев ауыл биләмәһенән Заһиҙә һәм Ирек Ғәзизовтар, Гүзәл һәм Шәфҡәт Кәримовтар, Гөлфинә һәм Нил Ғәлиуллиндар, Ғәлиә һәм Денис Иҙрисовтар, Виктория һәм Дмитрий Шапрановтар, Сулпан һәм Илдар Ялаловтар, Нурсилә һәм Заһит Солтановтар. Әйткәндәй, Заһит Солтанов әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла изге бурысын үтәй, Нурсилә оло йәштәге ауырыу әсәһен ҡарай. Вадим Фәнил улы парһыҙ тороп ҡалып балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе атайҙарҙы – Хәсән Махи- йәновты һәм Альберт Ғәбитовты ла Рәхмәт хаты менән билдәләп үтте.
Өс ауыл биләмәһенең алтын парҙары сәхнәгә тамашасыларҙың алҡыштары аҫтында күтәрелде. Көслө ҡул сабыуҙар уларҙың үткән ғүмер юлына баһа, үҙҙәренә тәрән ихтирам билгеһе булып яңғыраны. 
Асҡар ауылынан Әнисә Зәйнетдин ҡыҙы һәм Әширәф Әсғәт улы Илһамовтарҙы комсомол осраштыра. Сибай педколледжын тамамлап Ҡусҡар мәктәбендә бер йыл уҡытҡан егетте комсомол район комитетына эшкә алалар. Институттан һуң Буранғол мәктәбенә уҡытырға ебәрелгән ҡыҙҙы ла бер йылдан мәктәп бүлеге мөдире итеп комсомолдың район комитетына  күсерәләр. Шунда танышып ҡауыша ла инде йәш йөрәктәр. Әнисә Зәйнетдин ҡыҙы уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡала, мәғариф алдынғыһы 40 йыллыҡ стажға эйә. Әширәф Әсғәт улы етәксе вазифаларҙы тарта. Комсомолдың – ойоштороу, партияның агитация һәм пропаганда бүлектәре мөдире, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, социаль мәсьәләләр буйынса район башлығы урынбаҫары, Пенсия фонды идаралығы начальнигы була. Хаҡлы ялға киткәс тә, 10 йылға яҡын “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһен етәкләй. Татыу ғаиләлә ул һәм ҡыҙ үҫкән.
Район үҙәгендә йәшәүсе уҡытыусылар ғаиләһе Рәйсә һәм Ришат Садиҡов-тарҙы яҙмыш  август кәңәшмәһендә тап иттерә. Ул ваҡытта Асҡар егете Урал мәктәбендә физкультуранан уҡыта, ә БДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаған Ырымбур өлкәһе ҡыҙы йүнәлтмә буйынса Әбйәлилгә килгән була һәм РОНО-ла эшләп йөрөй. Ике йыл дуҫлашып бер-береһен һынағас, Садиҡовтар өйләнешә. Ирле-ҡатынлы уҡытыусылар 13 йыл СПТУ-ла эшләйҙәр, Асҡар мәктәбендә, Т. Кусимов исемендәге гимназияла уҡытып хаҡлы ялға китәләр, ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр.
Зөлҡәғиҙә һәм Раил Сәйетғәлиндар – Юлдаш ауылының иң өлгөлө ғаиләлә- ренең береһе. Хеҙмәттә, татыулыҡта матур тормош юлы үткәндәр, дүрт ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Раил Ҡаһарман улы хәҙерге ваҡытта имам вазифаһын үтәй, ауылдаштарын дин юлынан әйҙәй. 
Ҡырҙас ауылынан Мәүҙиға һәм Мәүлит Баймөхәмәтовтарҙың да тормош юлдары хәтирәләргә бик бай һәм йөкмәткеле. 1973 йылда Сибай педучилищеһын тамамлап Ҡырҙас һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә береһе математика, икенсеһе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булып эш башлайҙар, өйләнешәләр. Булмышы менән лидер Мәүҙиға Нәби ҡыҙы мәктәптә лә, йәмәғәт эштә- рендә лә ең һыҙғанып эшләй. Тәрбиәүи эштәрҙе ойоштороусы, 14 йыл профсоюз ойошмаһы рәйесе була, 18 йыл ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй, 7 саҡырылыш ауыл Советы депутаты итеп һайлана, 33 йыл мәктәптә эшләгәндән һуң, халыҡтың һорауы буйынса биләмә башлығы итеп ҡуйыла, етәксе вазифала 9 йыл эшләй. Мәүҙиға Баймөхәмәтова халыҡ сәсә- ниәһе, милләт әсәһе булараҡ та билдәле, ул төрлө конкурс-фестивалдәр еңеүсеһе лә. “Ҡатын-ҡыҙҙың тылы ныҡ булғанда ғына бына шулай уңышлы эшләй, гөрләтеп йәшәй”, – ти ул үҙе был хаҡта. Мәүлит Сәйфетдин улы физкультуранан уҡыта, ул тәрбиәләгән спортсылар район, республика ярыштары еңеүселәре булып таныла. Баймөхәмәтовтар өс бала  үҫтергән, өлкән улдары эске эштәр органдарында полковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелеп хаҡлы ялға сыҡҡан, икенсеһе алтын ҡуллы оҫта, ә ҡыҙҙары Венера филология фәндәре кандидаты.
Алтын туйҙарына килеп еткән хөрмәтле парҙарҙы райондың ЗАГС бүлеге начальнигы Ф. М. Әхмәтова тәбрикләне, республика Башлығы Р. Ф. Хәбировтың ҡотлау открыткаһы менән бүләген тапшырҙы. Бәхетле юбилярҙарҙы шулай уҡ туғандары, балалары һәм ейәндәре ҡотланы.
Сараны өс ауыл биләмәһе таланттары матур концерт номерҙары менән йомғаҡланы.  

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас