+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль , 11:08

Бик матур объект

Өфөлә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров көрәш һарайының төҙөлөш майҙансығында булды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Бик матур объект
Бик матур объект

Был  баш ҡаланың 450 йыллығына төҙөлөүсе юбилей объекттарының береһе булып тора. Быйыл көҙ уның нигеҙендә ХІІ Халыҡ-ара «Рәсәй – спорт державаһы»  форумы, шул иҫәптән физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса Рәсәй Президенты Советы үтәсәк.

         Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры һәм Башҡортостан Башлығы төп залды һәм трибуналарҙы ҡараған, объекттың төҙөлөш барышы һәм архитектура-пландары менән танышҡан. Бинаның

дөйөм майҙаны 28 мең квадрат метр. Ул 3 400 тамашасыға иҫәпләнгән амфитеатр менән универсаль залды, 18 келәмгә иҫәпләнгән биш залды, спортсылар өсөн ҡунаҡхананы, конференц-залды, медицина-тергеҙеү үҙәген, шулай уҡ спа-комплексты һәм бассейнды үҙ эсенә ала. Унда  көрәш һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса халыҡ-ара һәм рәсәй кимәлендәге ярыштар үтәсәк.

    Объект 83 процент кимәлендә әҙерлектә.

Төҙөүселәр ҡыйыҡты монтажлауҙы, вентиляция һәм кондиционер системаларын ҡороуҙы тамамлай, бинала эске биҙәүгә тотонғандар. Бина янында  футбол, баскетбол, волейбол, теннис менән шөғөлләнеү өсөн универсаль спорт майҙансыҡтары, шулай уҡ халыҡтың ял итеү һәм йөрөү өсөн йәмәғәт майҙансығында эштәр бара.

 “Бик матур проект.

Был донъя кимәлендәге объект. Ул илебеҙҙә лә, донъяла ла лайыҡлы урын аласаҡ. Бик яҡшы концепция, идеология һәм дөрөҫ ҡараш. Уның торлаҡ биҫтәлә урынлашыуы һәм был биләмәләге халыҡты спортҡа йәлеп итеү үҙәге булыуына мин айырыуса шатмын, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алған вице-премьер Марат Хөснуллин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: