+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль , 08:44

Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа кредит ярҙамы

Йыл башынан республикала бәләкәй һәм урта бизнесы 108,7 миллиард һумлыҡ кредиттар йәлеп иткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа кредит ярҙамы
Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа кредит ярҙамы

Дөйөм алғанда, юридик шәхестәргә кредит биреү бер йылда 29,2 процентҡа артҡан. Ҙур корпоратив заемсылар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 2024 йылдың биш айында дөйөм суммаһы 241,8 миллиард һумлыҡ кредиттар йәлеп иткән, бер йыл элек был күрһәткес 187,2 миллиард һум булған. Әйтәйек, 2023 йылдың тәүге биш айында эре бизнесты кредитлау күләме 29,5 процентҡа артҡан һәм 133 миллиард һум тәшкил иткән булған.

       Июнь башына Башҡортостанда бизнес кредиттары буйынса банктарҙың дөйөм портфеле 538,2 миллиард һум тәшкил иткән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 30,6 процентҡа күберәк. Шуның, бәләкәй һәм урта бизнесҡа дөйөм портфелдең 54 проценты тура килә, йәки 291,1 млрд һум,  юридик шәхестәрҙең кредиттары буйынса банктар портфеле 247,1 млрд һум тәшкил итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: