+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль , 16:26

Республика халҡын “Рәхәттә” (“На Рахате”) һаулыҡ һәм туризм фестивале көтә

Үҙенсәлекле сара 27-28 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының “Фазенда” клубында ойошторола.

Республика халҡын “Рәхәттә” (“На Рахате”) һаулыҡ һәм туризм фестивале көтә
Республика халҡын “Рәхәттә” (“На Рахате”) һаулыҡ һәм туризм фестивале көтә

Программала мунсала дөрөҫ сабыныу, сәләмәт туҡланыу, сәй ҡайнатыу, скандинав йөрөшө, нейробика һәм башҡалар буйынса бушлай оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Биология фәндәре кандидаты Михаил Гордеев башҡорт үләндәре менән дауаланыу, блогер Рөстәм Нәбиев экстремаль туризм хаҡында һөйләйәсәк. Халыҡ-ара мунса комплекстары селтәренә нигеҙ һалыусы Андрей Севостьянов мунса бизнесын нисек төҙөүҙе аңлатасаҡ.
Һәр теләгән кеше өс өрөлмәле мунсаның береһендә сабына аласаҡ. Пар оҫталары быны нисек дөрөҫ эшләргә кәрәклеген күрһәтәсәк.
“ГастроРәхәт” гастрофестивалдә ҡапҡылап алырға, бард фестивалендә гитарала йырҙар тыңларға мөмкин буласаҡ. Ошонда уҡ һөнәрселәр йәрминкәһе лә ойошторола.
“Фазенда”ға шәхси автомобилдә барып етергә була. Рәхим итегеҙ!

Автор:
Читайте нас: