+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль , 08:00

Түбән килемле ғаиләләргә ҡағылышлы закон көсөнә инде

Рәсәй Президенты Владимир Путин түбән килемле граждандарға социаль банк иҫәбен һәм вклад аса аласаҡ законға ҡул ҡуйҙы.  #Владимир Путин

Түбән килемле ғаиләләргә ҡағылышлы закон көсөнә инде
Түбән килемле ғаиләләргә ҡағылышлы закон көсөнә инде

Һүҙ «Банктар һәм банк эшмәкәрлеге тураһында» федераль  законға үҙгәрештәр индереү хаҡында бара. Социаль ярҙам сараларын алған граждандар социаль иҫәп-хисаптарҙы һәм вкладтарҙы аса аласаҡ. Быны электрон форматта «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы ярҙамында эшләргә мөмкин. Вкладтың максималь суммаһы 50 мең һум. Проценттар ай һайын түләнәсәк, физик шәхестәрҙең вкладтары буйынса максималь процент ставкаһын бер йылға тиклем банк билдәләйәсәк.

Бынан

тыш, тейешле категория граждандары ҡалған аҡсаға килемде иҫәпләп, бер социаль банк иҫәбен аса ала. Процент көн һайын иҫәпләнәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: