Был осорҙа 12 муниципалитеттан көслө ямғырҙар менән бәйле 158 һыу баҫыу тураһында хәбәр килгән. Бөтәһе 19 шәхси йортто, 240 йорт яны биләмәһен, бер баҡса участкаһын, 10 автомобиль юлы участкаһын, һигеҙ күперҙе һыу баҫҡан. Шулай уҡ ике дамбаның ярҙары аша һыу ағыуы теркәлгән.
Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондарында хәл ҡатмарлы булған. Ҡотҡарыу хеҙмәттәре муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә 96 кешене, шул иҫәптән 29 баланы эвакуациялаған. Уларҙың барыһы ла ваҡытлыса туғандары янында урынлашырға ҡарар иткән. Халыҡҡа ярҙамға министрлыҡтан 73 хеҙмәткәр, 32 берәмек техника һәм һигеҙ йөҙөү сараһы йәлеп ителгән.
Һигеҙ муниципалитетта 22 хәл контролдә ҡала килә, унда 47 йорт яны биләмәһен, өс автомобиль юлы участкаһын һыу баҫҡан, дүрт күпер авария хәлендә .
Учалы һәм Әбйәлил райондарында ташҡын ваҡытында ике дамбаны йырып, өҫтәмә һыу ташлау үткәрелгән.
Кирилл Первов һыуһаҡлағыстарҙа һәм йылғаларҙа һыу кимәленең яйлап кәмеүен һыҙыҡ өҫтөнә алған. Хәл яйға һалынғандан һуң белгестәр зыянды баһалаясаҡ һәм юл инфраструктураһын тергеҙеүгә тотонасаҡ, тигән ул.
Хәҙер ташҡындан һуң барыһын да тиҙ һәм һөҙөмтәле тергеҙергә кәрәк. Юлдар һәм күперҙәр буйынса эштәрҙе мөмкин булғанда шунда уҡ башларға кәрәк. Шәхси зыян күргәндәр буйынса хәлде ҡарағыҙ. Әгәр берәй ғаиләгә ярҙам кәрәк икән, һәр осраҡ буйынса айырым эшләргә кәрәк. Был эштәрҙе һуҙырға ярамай, тигән Радий Хәбиров.