Йәмғиәт
6 Август 2024, 10:05

Һалдаттарға - ярҙам йөҙөнән

Ҡаҙмаш ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары һалдттарға маскировкалы селтәр үрҙе

Һалдаттарға - ярҙам йөҙөнәнҺалдаттарға - ярҙам йөҙөнән
Һалдаттарға - ярҙам йөҙөнән

Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә гуманитар ярҙам өҙлөкһөҙ бара. Йыйылған сумманы улар биш тигеҙ өлөшкә бүлеп, билмәгән ҡараған биш ауылға таратып бирә һәм маскировкалы селтәрҙәр үрергә ҡуша. Селтәрҙәр өсөн туҡыма еңел, һыуланмай, таушалмай торғанын һатып алалар.

Ҡаҙмаш ауылының клуб мөдире Әҡлимә Ғәбитова ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын маскировкалы селтәр үрергә әйҙүкләгәс тә, иң әүҙемдәре көн дә мәҙәниәт йортона килеп, изге эшкә үҙ өлөшөн индерә башлай. Ә селтәрҙе үреү өсөн каркаслы станокты ауылдың старостаһы Айтуған Абдуллин эшләп биргән.

Селтәр үреүҙә иһә Таңһылыу Әһелова, Фәүзилә Иҡсанова, Сәлимә Сафина, Илсиә Әһелова, Гөлнур Шәһивәлиева, Рәсимә Мәхмүтова, Сания Сафиуллина, Фәйрүзә Иҡсанова, Ишбикә Дауытова, Мәүҙиға Ҡужина, Рәғиҙә Хәкимова, Бибинур Мәхмүтова, Баҙыян Тахаува ҙур әүҙемлек күрһәткән.

Хеҙмәтте этаптарға бүлеп башҡаралар: берәүҙәр туҡыманы ҡырҡа, икенселәр бәйләй, өсөнсөләр матди ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, гуманитар ярҙам әҙерләгәндә ҡатындар доға ла ҡыла. Улар был маскировкалау селтәрҙәре яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға ярҙам иткәнен яҡшы аңлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләгән Башҡортостан халҡы илдең хәрби ведомствоһының 117-се, 122-се йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ күп функциялы үҙәк офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пункты номеры (347) 248-29-31.

Әбйәлил районы хәрби комиссариатының телефондары: 2-12-86, 2-12-90, 2-12-95.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас