Улар2022 йылдан алып бутилләштерелгән һыуҙы гуманитар ярҙам итеп ебәрә.
Шифахана директоры Кашаф Ямалетдинов һөйләүенсә, бынан тыш улар яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам булараҡ реабилитациялау программаларын тормошҡа ашыра.РеспубликаБашлығыРадийХәбировшифаханаетәкселегенәмахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамиткәндәре өсөн рәхмәт белдергән.
Һуңғы йылдарҙа, “Танып" шифаханаһының финанс-иҡтисади хәле лә яҡшыра бара. Мәҫәлән, 2024 йылдың тәүге ярты йылында дөйөм килем 22,4 процентҡа артҡан. Бынан тыш, һуңғы ике йылда төп капиталға инвестициялар һалыу 100 миллион һумдан ашып киткән.
Шифахана эшенә баһа биреп, республикаБашлығы Радий Хәбиров: “Беҙ республиканан даими рәүештә махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн ярҙам ебәрәбеҙ һәм һеҙҙең гумконвойға индергән өлөшөгөҙ бик ҙур һәм мөһим”, тигән.