Рәсәй президенты Владимир Путин 2024 йылдың 1 октябренән хәрби пенсияларҙы 5,1 процентҡа индексациялау тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ хоҡуҡи акттар сайтында урынлаштырылған.
Элек хәрби пенсия күләме аҡсалата тәьминәт күләменең 89,32 процентын тәшкил иткән, ә 1 октябрҙән ул 89,83 процент тәшкил итәсәк.
4 июлдә Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа уҡ Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеш прогнозының үҙгәреүен иҫәпкә алып, хәрби пенсияларҙы арттырыу тураһында закон проектын ҡабул итә. Шулай итеп, октябрҙән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең пенсияһы 4,5 процентҡа түгел, ә 5,1 процентҡа индексациялана.
Сығанаҡ: https://www.rbc.ru/rbcfreenews/6686930f9a794761f9c95d47?ysclid=lyk1x2vlfu997929799