Йәмғиәт
13 Август 2024, 05:14

“Башҡорт каникулдары " проекты өсөнсө миҙгелен башлай

"Башҡортостан каникулдары" -популяр тревел-шоу форматындағы телепрограммалар циклы. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

“Башҡорт каникулдары " проекты өсөнсө миҙгелен башлай“Башҡорт каникулдары " проекты өсөнсө миҙгелен башлай
“Башҡорт каникулдары " проекты өсөнсө миҙгелен башлай

Һәр сығарылыш республиканың айырым районына йәки һайланған темаға, әйтәйек Башҡортостандың айырым тәбиғәт һәм мәҙәни урындарына, милли аш-һыуға, йолаларына, һөнәрселәренә, билдәле кешеләренә арналған була. Проект Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.

        18 августа БСТ каналы “Башҡортостан каникулдары”ның өсөнсө миҙгелен башлаясаҡ. Был юлы проектты ойоштороусылар«Күсмә халыҡтар иле» (Күгәрсен районы), «Ҡеүәтле тауҙар» (Белорет районы), «Балалар менән ял» (Әбйәлил районы), «Һыу буйында ял» (Ҡариҙел һәм Нуриман райондары) буйынса тематик сығарылыштар әҙерләгән. «Юбилейлы Өфө» программаһы Өфөнөң 450 йыллығына бағышланасаҡ.Яңысығарылыштарйәкшәмбе көндәре 13:15 сәғәттә эфирға сыға, ә ҡабатланыуҙы башҡа көндәрҙә ҡарарға була.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас