+25 °С
Болотло
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Йәмғиәт
15 Август 2024, 02:20
Президент 115 яңы законға ҡул ҡуйҙы
Яңы закондар һалым, банк, банкротлыҡ ҡануниәтенә, хәрби хеҙмәткә һәм сит ил граждандарының миграция иҫәбенә ҡағыла. #Владимир Путин
Президент 115 яңы законға ҡул ҡуйҙы
Яңылыҡтар
араһында аудиторияһы 10 000-дән ашыу булған блогерҙар Роскомнадзорҙа теркәлергә тейеш (303-ФЗ закон
ы).
Регулятор
тейешле
реестр
алып
барырға
бурыслы
.
Ошо
уҡ закон
сим-карталар һатып алыу буйынса сикләүҙәр индерә: Рәсәй граждандары
иң күбе 20 сим-карта һатып ала ала, ә сит ил кешеләре ундан артыҡ түгел.
Бынан
тыш, сит ил кешеләре өсөн биометрияны тапшырыу мотлаҡ буласаҡ һәм дистанцион хеҙмәтләндереү тыйыла.
Яңы
ҡағиҙәләр
1
ноябрҙән
үҙ
көсөнә инә.
Тағы бер яңылыҡ Рәсәйҙәге сит ил банкылары филиалдарына ҡағыла (275-ФЗ законы). Ғәмәлдәге
ҡануниәт
уларҙы
асыуҙы
тыйҙы
.
Закон
Р
әсәйҙә сит ил кредит ойошмалары филиалдарының эш ҡағиҙәләрен билдәләй.
Төҙәтмәгә
ярашлы
, сит ил банкы илдә бер генә филиал ойоштора ала
, уның тулы атамаһы рус телендә булырға тейеш.
Ш
татына сикләү
ҡуйыла
: хеҙмәткәрҙәренең яртыһынан ашыуы сит ил граждандары була алмай.
Бынан
тыш, рәсәй милли домен зонаһында рәсми сайт булдырырға кәрәк буласаҡ.
Төп
компания
өсөн
дә талаптар
бар: ул тыуған илендә банк эшмәкәрлегенә лицензияға эйә булырға тейеш.
Филиал
минималь күләме 1 миллиард һумға тиң булған гарантия депозитын тәьмин итергә бурыслы.
Закон
1
сентябрҙән
үҙ
көсөнә инә.
Эш биреүселәр хәрби комиссариаттарға хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың һәм хәрби иҫәптә тороусыларҙың электрон реестры аша отчет бирергә тейеш (281-ФЗ законы).
Әлегә эш биреүсе хәрби бурысы булған кешеләр тураһында «Дәүләт хеҙмәттәре»
порталы аша отчет бирә ала.
Закон проектына
аңлатма
яҙмаһына
ярашлы
, 2024 йылдың көҙгө саҡырылышы «берҙәм хәрби иҫәп реестры»
дәүләт мәғлүмәт системаһын файҙаланып тормошҡа ашырылырға тейеш.
Закон
рәсми баҫылған көндән көсөнә инә.
Суд приставтарына
көс, махсус саралар һәм ҡорал ҡулланырға рөхсәт ителә (239-
ФЗ законы).
Төҙәтмәләргә
ярашлы, суд приставтары судьяларҙы һәм суд процесында ҡатнашыусыларҙы ғүмергә йәки һаулыҡҡа хәүеф тыуҙырған һөжүмдәрҙән һаҡлау өсөн ҡорал ҡуллана ала.
Бынан
тыш,
ҡоралды һаҡ аҫтынан ҡасыуҙы булдырмау, судҡа һөжүмде кире ҡағыу һәм ауыр енәйәт ҡылыуҙа тотолған һәм ҡасырға маташҡан кешене ҡулға алыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта ҡорал
ҡулланыр алдынан иҫкәртеү өсөн һауаға атыу булырға тейеш.
Закон
рәсми рәүештә баҫылғандан һуң 10 көн үткәс көсөнә инә.
Адвокаттар
ғәйепләнеүселәр менән видеоэлемтә аша аралаша ала (269-
ФЗ законы). Бының
өсөн тотҡондың ғаризаһы, яҡлаусының ризалығы, техник мөмкинлек һәм СИЗО-ла бүлмәләр булыуы
кәрәк.
Төҙәтмәләр
Ф
едераль яза башҡарыу хеҙмәтенең дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүҙәр төҙөү хоҡуғын да күҙ уңында тота.
Был
енәйәт эштәрендә ҡатнашыусыларҙың дин тотоу азатлығын тәьмин итеү, уларҙа кешегә, йәмғиәткә, хеҙмәткә, нормаларға, ҡағиҙәләргә һәм традицияларға ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыу өсөн кәрәк, тип билдәләнә документта.
Бындай килешеүҙәрҙең йөкмәткеһен Юстиция Министрлығы раҫлай
. Закон
рәсми баҫылғандан һуң 180 көн үткәс көсөнә инә.
Автор:
Вил Илһамов
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"