+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август , 20:45

«Айыҡ ауыл» конкурсы старт алды

Ҡаҙмаш ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында ҡатнашырға йөрьәт итте.

Ҡаҙмаш ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында ҡатнашырға йөрьәт итте. Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин, район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Вил Илһамов ҡатнашлығында үткән йыйында  ойоштороу комитеты һайланды һәм сараға әҙерлек эштәре пландары билдәләнде. 

Бөгөн бөтә республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә киң таралған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына нигеҙ  һалған ауыл халҡы был бәйгелә лә һынатмаҫҡа һүҙ ҡуйышты. 
Вил Илһамов ҡасандыр  Һәйетҡол ауылында башланғыс алған, бөгөн республикала киң ҡолас менән уҙғарылған «Айыҡ ауыл» бәйгеһенең шарттары менән таныштырҙы. Райондың сәләмәт ауылы исеменә дәғүә итеүсе булараҡ Ҡаҙмашта эскелеккә ҡаршы көрәш саралары билдәләнергә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса аңлатыу эштәре алып барылырға тейеш. Конкурс сиктәрендә ауылдағы демография, мәғариф, медицина, мәҙәниәт, төҙөкләндереү өлкәһендәге эштәр һәм башҡа тармаҡтарҙың эшмәкәрлеге баһалана.  Сара, Вил Әсғәт улы билдәләүенсә, айыҡ тормошто пропагандалап ҡына ҡалмай, ауыл халҡын әүҙемләштерә, берҙәмләштерә. Халыҡ берҙәм булһа, еңеүгә ышаныс та була.
— Райондың бындай конкурста ҡатнашыу тәжрибәһе ҙур. Ишкилде ауылының, хатта бөгөн ситтә йәшәгәндәре лә төрлө сараларға йәлеп ителде. «Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә ойошторолған сараларҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро, ветерандар советы, ирҙәр ҡоро һәм мөмкин тиклем бөтә йәмәғәт ойошмалары бергәләп әҙерләргә һәм үткәрергә тейеш. Конкурста ҡатнашҡан һәр ауыл еңеүсе була алмай, шулай ҙа бәйгенең ыңғай, әһәмиәтле яҡтары күп. Алдағы хаталарҙы иҫәпкә алып, тағы ла юғарыраҡ урындар яуларға кәрәк. Һеҙ лайыҡлы ауыл, мотлаҡ ҡатнашырға һәм, әлбиттә, еңергә тейешһегеҙ, — тине Вадим Фәнил улы.

Радий Хәбиров бүләкләү фондын ун тапҡырға арттырырға тәҡдим итте. — «Айыҡ ауыл» конкурсы — халыҡ проекты, — тине Радий Фәрит улы һәм киләсәктә ҡатнашыусылар һанын 2 меңгә еткереү, ҡалаларҙы ла йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы. Башҡортостан Башлығы тәҡдименә ярашлы, еңеүселәр өсөн махсус республика программаһы әҙерләү ҙә ҡарала, уның сиктәрендә финалға сыҡҡан биш ауыл үҙ биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү мөмкинлеге аласаҡ.

Конкурс сиктәрендә ауыл йәнләнә. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропаган-далаған саралар, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыла. Нәҡ ошондай яуаплы мәл башланырға тора Ҡаҙмашта.
Йыйында ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға бер тауыштан риза булды. Ауылдың әүҙем ете ир-егетенән инициатив төркөм төҙөлдө, егеттәрҙең дәртле булыуы, ауылдаштарының уларға ышаныс белдереүе күҙгә салынып тора. 
Ҡаҙмаш ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә тәүге матур сара үтте лә инде. Алда пландары, идеялары бик күп дәртле халыҡтың.  
Ҡаҙмаштарҙың еңеүгә ынтылышы ҙур, ошондай көслө ир-егеттәрҙән торған инициатив төркөмгә таянып, ҡаҙмаштар бәйгелә һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.
Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас: