Йәмғиәт
16 Август 2024, 04:35

Урмандарҙы һаҡлайыҡ

Көҙгө урман тергеҙеү кампанияһы осоронда илдең бөтә төбәктәрендә лә «урманды Һаҡлайыҡ»акцияһы үтәсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Урмандарҙы һаҡлайыҡУрмандарҙы һаҡлайыҡ
Урмандарҙы һаҡлайыҡ

"Экология" милли проекты сиктәрендә ойошторолған «Урманды һаҡлайыҡ» акцияһы быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Акцияны ойоштороусылар булып Рәсәйҙең Тәбиғәт Министрлығы һәм Рослесхоз булышлығында «Экосистема» бөтә Рәсәй экологик хәрәкәте менән берлектә «Хәтер Баҡсаһы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы сығыш яһай.Ғәҙәттәгесә, акция Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарын, шул иҫәптән яңы төбәктәрҙе үҙ эсенә ала һәм август-ноябрь айҙарында дауам итә. Проекттың алдағы биш миҙгелендә генә уның ҡатнашыусылары 300 миллионға яҡын ағас ултыртты. 2024 йылда акция сиктәрендә 70 миллион ағас ултыртыу планлаштырыла.,

Былтырҙан башлап «Урманды һаҡлайыҡ» акцияһы тәүге тапҡыр урмандарҙы һаҡлауҙың мәғәнәһен һан яғынан ғына түгел, ә илебеҙҙең ғорурлығы булған урмандарға һаҡсыл ҡарашты иҫәпкә алып берләштерҙе. Проекттың яңы миҙгелендә шулай уҡ урман хужалыҡтары биләмәһендә өмәләр, белем биреү оҫталыҡ дәрестәре, урман темаһына онлайн-викториналар һәм башҡа тематик әүҙемлектәр үткәреү планлаштырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас