Әлеге ваҡытта Һәйетҡол ауылында йәшәүсе Таңсулпан һәм Мөжәүир Мәғәфүровтар хаҡлы ялға сыҡҡансы Магнитогорск ҡалаһында йәшәнеләр. Ғаилә башлығының бар ғүмере техникаға бәйле булһа, Таңсулпан Ғәли ҡыҙының эш кенәгәһендә бер генә яҙыу: балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Пенсияға йәше етһә лә эшенән ебәрмәй эшләттеләр әле яҡшы тәрбиәсене. Ҡалала уларҙың иркен өс бүлмәле фатирында ҡыҙҙары Гөлфиә ғаиләһе менән йәшәп ҡалды. Улдары Артур үҙе дүрт балаға атай инде. Хәҙерге йәш ғаиләләрҙең бер-ике бала менән риза булған заманда был үҙе бер ҡыуаныс.
Мәғәфүровтар олоғайған ата-әсәләренә әлдән-әле ҡайтып ярҙам итеп йөрөнөләр. Мөжәүирҙең әсәһе олоғайып, яңғыҙы донъя көтөргә ауырлашҡас, улы менән килене оҙаҡ уйлап тормай бөтөнләйгә ауылға күсеп ҡайтырға булдылар. Йәш саҡтағы һымаҡ дәртләнеп ауылса йәшәп тә китте улар. Кәртә тулы мал-тыуар. Таңсулпан иртә тороп һыйырын да һауа, ҡәйнәһен дә тәрбиәләй. Өй хужаһы булып ҡалған Мөжәүиргә кәртә араһында эш етерлек. Таушала башлаған кәртә-ҡураны йүнәтергә кәрәк, мал-тыуар ҙа уның елкәһендә.
Техникаға әүәҫлеге һәр саҡ кәрәк булып тора. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ икәнен дәлилләп, үҙ ҡулдары менән ем тарттырғыс, ем бешергес, бесән һалғыс эшләп алған.
Мәғәфүровтар тыуған нигеҙҙең усағын һүндермәй, ихласлап тормош көтәләр. Килен кеше ауылда ҡатын-ҡыҙҙар ойошторған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Әсәһе, ҡәйнәһе мәрхүмә булып ҡалғас, ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙаттылар. Уларҙың ауылға ҡайтып йәшәүҙәренә ауылдаштары ла бик шат. Юҡһа һуңғы ваҡыттарҙа буш өйҙәр күбәйә, ауыл һүнеп барған һымаҡ. «Хәҙер ауылда ла ҡаланан яҡшыраҡ йәшәргә була, бөтә уңайлыҡтар бар. Тик ялҡауланма ғына», — тиҙәр Мәғәфүровтар.
Ял етһә, ҡаланан ейән-ейәнсәрҙәр килә. Таңсулпан өләсәйҙең уларға һәр ваҡыт һөтө, ҡаймағы, башҡа тәм-томо әҙер. «Әйҙә, үҙебеҙҙең таҙа ризыҡты ашап-эсеп буй еткерһендәр. Бәлки, улар ҙа ошо нигеҙҙе һыуытмаҫ кешеләр булып үҫерҙәр», — тип күңелдәрен йыуаталар бәхетле олатай менән өләсәй.
Нәсих СӘЛМӘНОВ.
Буранғол ауылы.