Йәмғиәт
23 Август 2024, 02:05

Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләргә түләм

Дәүләт Думаһы комитеты ғаиләләргә оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән өсөн түләүҙәр тураһында проектты хуплай #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләргә түләмОҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләргә түләм
Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләргә түләм

Дәүләт Думаһының Ғаиләне яҡлау, атайлыҡ, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комитеты 20 йылдан ашыуыраҡ никахта торған ғаиләләргә аҡсалата ярҙам итеү тураһында закон проектын хуплай, тип белдерҙе комитет рәйесе Нина Останина (КПРФ).

Бынан алдараҡ Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе Ярослав Нилов Дәүләт Думаһында оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙарға түләмдәр тураһында закон проекты өҫтөндә эш алып барылыуы тураһында белдергәйне.

Закон проектында ныҡлы ғаилә ҡорғандарға аҡса түләргә тигән тәҡдим бар. Тик был проектты Министрҙар кабинетының хуплауы мотлаҡ.

Бындай түләм булдырылһа, ул “Демография” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерер ине.

Әйткәндәй, Башҡортостанда айырылышыу осраҡтары кәмегән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас