Бының өсөн улар был процеста ҡатнашырға тейеш, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Ярославль өлкәһе башлығы Михаил Евраев менән осрашыуҙа.
Осрашыу барышында Евраев Путинға быйыл Ярославль өлкәһендә төҙөкләндереү үткәреләсәк территориялар өсөн тауыш биреүҙә 200 меңгә яҡын кеше ҡатнашыуы тураһында һөйләгән. Тауыш биреүселәр һаны буйынса төбәк Үҙәк федераль округта беренсе урынды булған. "Был бик мөһим, кешеләр үҙ мәнфәғәттәренә эшләнгән эштәрҙе тойорға тейеш. Бының өсөн улар процеста ҡатнашырға тейештәр", - тигән Владимир Путин.