Рәсәй Федерацияһы Президентының 2024 йылдың 23 ғинуарындағы 63-сө «Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тураһында» Указына ярашлы Башҡортостан республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы тарафынан Башҡортостан республикаһы биләмәһендәге 1-11 (12) класс дөйөм белем биреү учреждениеларында белем алған күп балалы ғаиләләрҙән балалар өсөн бушлай йөрөү тәртибе әҙерләнгән.
- Льгота 1 сентябрҙән 31 майға тиклем уҡыу осоронда Өфөлә, Баймаҡта, Бәләбәйҙә, Белоретта, Бөрөлә, Благовещенда, Дәүләкәндә, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа, Күмертауҙа, Мәләүездә, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Салауатта, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Учалыла һәм Яңауылда ҡала маршруттарында ғәмәлдә буласаҡ.