+17 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь , 13:57

Ил яҙмышы - ирҙәр иңендә

Ниндәй генә замандарҙа ла Рәсәй армияһы үҙенең яугирҙәре менән дан тота. Быуаттар, йылдар үтә, яугирҙәрҙең формаһы, ҡоралдары камиллаша, әммә бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала – ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм Тыуған илгә оло һөйөү. Бөгөнгө заман ҡуйған мәхшәрҙән беҙҙе яҡлаусы, һәммәбеҙҙең ғаиләһендә Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы ошондай үҙ геройҙарыбыҙ – атайҙар, ағай-ҡустылар, еҙнә-кейәүҙәр бар. Мәҡәләмдең геройы ла ил азатлығы өсөн үҙ теләге менән яу яланына киткәндәрҙең береһе.

Ил яҙмышы - ирҙәр иңендә
Ил яҙмышы - ирҙәр иңендә

Вилдан Исҡужин 1995 йылдың 1 июлендә Баймаҡ районының Темәс ауылында донъяға килгән. Ғаилә сәбәптәре арҡаһында 9 класты Магнитогорск ҡалаһында тамамлай. Ошо уҡ ҡаланың политех училищеһында слесарь һөнәрен үҙләштерә. Бәләкәстән техника менән ҡыҙыҡһына, компьютерҙы яҡшы белә.

Ватан алдындағы бурысын да намыҫ менән үтәй Вилдан. Көньяҡ Осетияла бәләкәй алыҫлыҡтағы зенит ракеталарының транспорт ҡорамалдары операторы булып хеҙмәт итә. Лайыҡлы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн “Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткәне өсөн” миҙалы менән наградланған.

- Әрме йылдары һис оноторлоҡ түгел: хеҙмәт итәһең, һынауҙар үтәһең, туғандарыңды, яҡындарыңды һағынаһың, уларҙан хаттар, шылтыратыуҙар көтөп алаһың. Егеттәрҙе бик иртә торорға, тиҙ ҡоралланырға, хәрби ҡорал ҡулланырға, армия хеҙмәте Уставын белергә һәм үтәргә, үҙеңде аямай Ватанды һаҡларға өйрәттеләр, - тип иҫкә ала ул.

Һуңынан Вилдан Вилүр улы арматурсы, балта оҫтаһы булып райондың, Магнитогорск ҡалаһының төрлө ойошмаларында эшләй, вахта ысулы менән дә көс түгә. “Үткер”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошмаһында программист, “Яҡтыкүл” шифаханаһында һатып алыуҙар буйынса белгес булараҡ хеҙмәт итә.

2024 йылдың 7 майында үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм яу яланына юллана. Вилдан Вилүр улы алғы һыҙыҡта штурмсы булараҡ йәнен-тәнен аямай ил азатлығы өсөн көрәшә. Яҡындары уның өсөн борсола, ә ул, үҙ сиратында, мөмкинлек булыу менән бәйләнешкә сығырға тырыша. Донецк биләмәһендә ҙур батырлыҡтар күрһәтә, Авдеевканы алыуҙа ла ҡатнаша ул.

Июнь аҙағында ҡаты яралана һәм тыуған яғына реабилатация үтер өсөн ҡайтарыла. Ул бөгөн дә яуҙа алған яраларын йүнәлтеү өҫтөндә.

- Илебеҙҙә махсус хәрби операция бара. Үҙ фекеремде белдереп, шуны әйткем килә: ирмен тигән ир ҡасып ҡалырға тейеш түгел. Үҙ Ватанын һаҡлау һәр кемебеҙҙең изге бурысы, - ти Вилдан.

Яугирҙән гуманитар ылау хаҡында ла һораштыҡ. “Тыуған яҡтан килгән тәмле ризыҡтарҙы, әлбиттә, һағынып көтөп алабыҙ. Күстәнәстәр менән һыйланғандан һуң, көс, дәрт өҫтәлә. Һалдаттарға битараф булмағандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм”, - тине ул.

Әлегә һалдаттың артабан махсус хәрби операцияға китеүе тураһында мәғлүмәт билдәле түгел. Сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшау сәбәпле, яугир хеҙмәткә яраҡһыҙ тип һаналыуы ла мөмкин. Артабан Вилдан Вилүр улы ситтән тороп Томск дәүләт университетында программист һөнәренә уҡып сығырға ниәтләй. Уҡымаған бер телле, уҡыған ике телле тигән боронғолар. Ҡулында махсус ҡағыҙы булмаһа ла компьютерҙы биш бармағы белгән кеүек егеткә был һынауҙы ла лайыҡлы үтеп сығырға яҙһын. Илебеҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеренә иманым камил.

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: