Йәмғиәт
12 Сентябрь 2024, 10:34

Иң шәп “шайморатовсылар”

Август айында Рәсәй Федерацияһы Геройы М. В. Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында «шайморатов кластары» уҡыусылары өсөн БР Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған профилле смена үтте.

Был сменала Башҡортостандың 8 ҡала округынан, 51 муниципаль районынан 239 уҡыусы ял итте. Беҙҙең райондан унда Т. Кусимов исемендәге  гимназиянан шайморатовсылар – уҡыу һәм спорт алдынғылары Рамаҙан Мусин, Тимур Әүбәкеров, Артем Сәлихов, Марсель Мусин барҙы.
Сменала үткән «Иң шәп шайморатовсы» конкурсында Рамаҙан Мусин өсөнсө урынға лайыҡ булды. Рамаҙан үткән уҡыу йылында Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһында призер  булғайны. Тырыш уҡыусы район хакимиәте башлығы стипендиаты ла икән.  Ғөмүмән, «шайморатовсылар»ҙың һәр береһе талантлы, уларҙың Бөтә Рәсәй, республика кимәлендә үткән конкурс-ярыштарҙа  еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ.

– «Шайморатовсылар» республиканың бөтә йәштәре өсөн өлгө булып тора. 27 август легендар хәрби етәксе, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулды. Был көндө беҙ Шайморатов генерал ордены кавалерҙары клубы советының беренсе ултырышын үткәрҙек. Республикала был юғары награда биш йыл элек булдырылғайны. Уны хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғүмер өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа күрһәткән фиҙакәрлек һәм батырлыҡ, республика һәм ил алдындағы башҡа мөһим ҡаҙаныштар өсөн тапшыралар. Бәлки киләсәктә һеҙҙең арағыҙҙа ла шундай батырҙар булыр һәм генерал-майор Шайморатов орденына лайыҡ тип табылыр. Ил үҫешенең ҡатмарлы осоронда генерал-майор Шайморатовтың батырлығы хаҡында хәтер бөтә йәмғиәтте берләштерҙе. Беҙҙең республика Шайморатов исеменә тап төшөрмәй. Бына һеҙ ҙә «шайморатовсылар» рәтенә инеп, Өфөнөң Совет майҙанында тантаналы рәүештә ант бирҙегеҙ. Һеҙ – «шайморатовсылар» һәм һеҙ Башҡортостандың йәш, киләсәк быуыны өсөн өлгө булып тораһығыҙ, – тине төбәк башлығы Радий Хәбиров уҡыусылар менән осрашыуында.

«Шайморатовсыларға» «Геройҙар ярышы»ның миҙалдары һәм Радий Хәбировтың ҡултамғаһы менән көндәлектәр, Мәғариф министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды. Лагерҙан малайҙар гимназиялағы генерал-майор Шайморатов исемен йөрөткән ике класс уҡыусыларының бәтәһенә лә «шайморатовсылар» көндәлеген алып ҡайтты.
– Мин етәкселек иткән Рәсәй Геройы М. М. Шайморатов  исемендәге «шайморатовсылар» класы уҡыусылары быйыл 7-се класҡа килделәр. Шайморатовсылар иң-иңдәре: уҡыу алдынғылары, спортсылар, йәш эҙләнеүселәр, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар. Профилле лагерға кластың иң шәп спортсылары барҙы. Улар  йыл һайын ҡышҡы һәм йәйге шайморатовсылар уйынында, «Геройҙар ярышы»нда ҡатнашыусылар. Профиль сменаһы программаһы буйынса балаларға хәрби-медицина, физик һәм техник әҙерлек, хәрби типография буйынса, шулай уҡ радиация, химик һәм биологик һаҡлау нигеҙҙәрен өйрәнеү дәрестәре үткәрелгән. Балалар өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған «Беҙҙең герой» күргәҙмә экспозицияһы, «Геройҙар ярышы» ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, «Салауат тоҡомдары сигенеүҙе белмәй», «Иң яҡшы шайморатовсы», «Талантлы отряд» һәм башҡа төрлө саралар ойошторолған. 

– Шайморатовсыларға фәһемле осрашыуҙар, интеллектуаль һәм спорт уйындары, Республика Башлығынан яңы уҡыу йылына бүләк итеп “Йәш шай- моратовсының көндәлеге”н алыу оҡшаған, – ти район мәғариф бүлеге началльнигы В. С. Абсаҙыева.

Рәсәй Геройы Николай Злобин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу, әлбиттә, сараның иң иҫтәлекле өлөшө булған. Профилле сменала ҡатнашыу «йәш шайморатовсылар»ҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ, – ти Т. Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһы уҡытыусыһы Альбина Ринат ҡыҙы. – Ата-әсәләр исеменән профилле лагерҙы ойоштороусыларға, район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Сәғит ҡыҙы Абсаҙыеваға, Илнур Вил улы Илһамовҡа, беҙҙең куратор Ләйсән Баязит ҡыҙы Яхинаға «шайморатовсылар»ға  иғтибар бүлгәндәре өсөн оло рәхмәтемде белдерәм.

Гөлнара ҒИНИӘТОВА.

Читайте нас