Йәмғиәт
12 Сентябрь 2024, 03:00

Йөк автотранспортының ауырлыҡ контролен тотоу пунктары төҙөлә

Башҡортостанда автотранспорттың ауырлыҡ контроленең яңы автомат пункттарын ҡуйыу майҙансыҡтары әҙерләнә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йөк автотранспортының ауырлыҡ контролен тотоу пунктары төҙөләЙөк автотранспортының ауырлыҡ контролен тотоу пунктары төҙөлә
Йөк автотранспортының ауырлыҡ контролен тотоу пунктары төҙөлә

Алдағы йылдарҙа республика юлдарында 20 ауырлыҡ  контроле пункттары ҡуйылғайны. Әммә,  йөк ташыусы транспорт водителдәре  йыш осраҡта, ошондай постарҙы урау юлдарҙан үтә икән. Ошоно иҫәпкә алып, республика етәксеһе Башҡортостандың Транспорт министрлығына яңы ауырлыҡ-габарит контроле пункттарын урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушҡан.

       - Беҙ этаплап ауырлыҡ контроле системаһын үҫтерергә тейешбеҙ. Сөнки, юл япмаһын һаҡлау, улар оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн был бик кәрәк, – ти Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас