Йәмғиәт
19 Сентябрь 2024, 02:50

Башҡортостанда агротуризмды үҫтереүгә ярҙам

Башҡортостан эшҡыуарҙарының дүрт проекты Рәсәй ауыл хужалығы Министрлығында, ауыл туризмын үҫтереүгә грант алыуға һайлау турын үткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда агротуризмды үҫтереүгә ярҙамБашҡортостанда агротуризмды үҫтереүгә ярҙам
Башҡортостанда агротуризмды үҫтереүгә ярҙам

Уларға 36,7 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы буласаҡ. Әйтәйек, 2023 йылда республика эшҡыуарҙарының дүрт проекты 22,7 миллион һум алыуға өлгәшкән. 10 миллион һум күләмендәге иң ҙур гранттарҙы Борай районынан «Клевое место» проекты һәм Ғафури районынан “Башҡорт төпкөлөнән» проекты аласаҡ. Шишмә районынан «Башҡорт йолалары» проекты 9,97 миллион һум, Баймаҡ районынан «Ҡәнифә юлы» проекты 6,73 миллион һумлыҡ финанс ярҙамы аласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас