Йәмғиәт
19 Сентябрь 2024, 11:05

«Ҙур ғаилә уйындары»

«Орлята России» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Ҙур ғаилә уйындары» республика фестивале «Беренселәр хәрәкәте», БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР «Баласаҡ навигаторҙары» төбәк ресурс үҙәге, «Башҡортостан пионерҙары» республика балалар йәмәғәт ойошмаһы һәм Өфө районы Булгаково ауылындағы лицей ярҙамында ойошторолдо.

Ошо көндәрҙә «Беренселәр хәрәкәте» һәм «Баласаҡ навигаторҙары» район ойошмалары, район мәғариф бүлеге «Ирәндек» лагерында был фестивалдең район этабын үткәрҙе. «Ирәндек»кә был көндө шулай уҡ көйәрмәндәр, мәғариф бүлеге белгестәре, директор кәңәшселәре, урынбаҫарҙары йыйылды.
Фестивалдә ҡатнашыуға райондың төрлө ауылдарынан спорт һөйөүсе иң әүҙем, иң шәп 41 ғаилә теркәлде. Шуларҙың ун өсө һайлап алыу туры һынауҙарын уңышлы үтһә лә, район бәйгеһенә ун бер ғаилә килде.

«Беҙҙең бурыс — балаларҙың йылмайып, тыныслыҡта һәм изгелектә үҫеүен тәьмин итеү. Һәм беҙ бының өсөн бөтә шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ беҙ уларҙы яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ һәм республика кимәлендә бының өсөн мөмкин тиклем күберәк эшләйәсәкбеҙ», — ти Радий Хәбиров.

 Мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева «Ҙур ғаилә уйындарына» старт биргәс, сарала ҡатнашыусыларҙы Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары сәләмләне. 
Ғаиләләр «Орлята России» тректарына таянып эшләнгән интеллектуаль, спорт, музыкаль этаптарҙа ярыштылар.  Сығыштарҙы мәғариф бүлегенең баш белгесе З. Н.  Щеклеева, «Ғаилә» хеҙмәте белгесе М. В. Хөснөтдинова,  «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренеры Р. Ш. Ғәлләмовтан торған  жюри баһаланы.
«Орленок – лидер» блогында һәр ғаилә үҙҙәре менән ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп таныштырҙы.
«Орленок – эрудит»,  «Орленок – тарихи иҫтәлекте һаҡлаусы» блоктарында ғаиләләр тарихи белемдәрен күрһәттеләр.  «Орленок – спортсы» блогында спорт уйындарында ярышһалар, «Орленок – мастер»ҙа капитандар үҙ-ара көс һынашты. Спорт ярыштарын  район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренерҙары ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо.

Айгөл Ғәлина, йәш техниктар станцияһы директоры, «Орлята России» район балалар ойошмаһы етәксеһе: — Үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләү — өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Бер генә йәмғиәт тә, дәүләт тә граждандарының илһөйәрлек рухынан башҡа йәшәй алмай. Тимәк, граждандар һәм патриоттар тәрбиәләү йәмғиәтебеҙҙең һәм һәр беребеҙҙең иң мөһим маҡсаты. Илһөйәр булып үҫһен балалар. Илгә һөйөү ғаиләнән башлана, шуға күрә лә ғаиләләрҙе нығытыу, һаҡлау маҡсатында үткәрелгән сараларҙың әһәмиәте ҙур.

Ә «Орленок – эколог»та  командалар музыкаль һәләттәрен күрһәтте, улар биш минут эсендә экологияға бәйләнгән мөмкин тиклем күберәк йырҙарҙы хәтерләп өлгөрөргә тейеш булды, һуңынан бер йырҙы ғаилә менән башҡарҙылар.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Хоҙайбиргәновтар (Асҡар), икенсене Нурисламовтар (Озерный) алды. Өсөнсөлә — Ғилметдиновтар (Асҡар). 
Асҡарҙан Әхмәтовтар «Иң тырыш ғаилә», Солтанбаевтар «Иң ныҡ ғаилә», Лоҡмановтар «Иң креатив ғаилә», Таштимерҙән Әхтәмовтар «Иң изге күңелле ғаилә», Хызыровтар «Иң ижади ғаилә», Байымдан Абсаҙыевтар «Иң үҙенсәлекле ғаилә», Рауилдан Зәйнетдиновтар «Иң әүҙем ғаилә», Буранғолдан Килдейәровтар «Иң сағыу ғаилә» номинацияларында билдәләнделәр.
Беренселекте яулаған Хоҙайбиргәновтар ғаиләһе республика фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғын алды. Номинацияларҙа билдәләнгән ғаиләләргә грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды. 
Эшҡыуар Зөлфиә Ғәйнетдинова ойошмаһынан килгән «Микки Маус» һәм «Минни Маус» әкиәт геройҙары фестивалгә йәм өҫтәне. Шәхси эшҡыуар Гөлсирә Зарипова, «Sprint» сервис үҙәге бүләктәр менән ярҙам итте.

Һүрәттә: Алһыу һәм Фәрит Хоҙайбиргәновтарҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Өлкән ҡыҙҙары Гүзәлиә 6-сы, Ильяс — 4-се класта уҡыйҙар. Өс йәшлек Сафия балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Ғаиләнең төп көйәрмәне Ильястың класс етәксеһе Зөлфиә Ринат ҡыҙы Амурзина булды. Был көндә ғаилә башлығы эштә булып ҡалды, ул ярыштың республика этабында мотлаҡ ҡатнашасаҡ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас