Йәмғиәт
4 Октябрь 2024, 06:16

Татыу ғаилә - илебеҙҙең таянысы, терәге

Һәр ғаилә үҙенә генә хас ҡанундар, традициялар менән йәшәгән бәләкәй дәүләт. Йәшлек иртәһендә ғүмерлеккә бергә булырға, хистәр сафлығын һаҡларға, бер-береһенә тоғро ҡалырға вәғәҙәләр бирешеп ҡауышҡан парҙарҙы тик бәхетле, ҡояшлы көндәр генә көтөп торһа икән тормош юлында... Үҙ-ара мөнәсәбәттә килеп тыуған аңлашылмау-санлыҡтар, эскелек, хыянат кеүек насар ҡылыҡтар, матди ҡыйынлыҡтар, өй эсендәге мәсьәләләрҙән башҡа тышҡы факторҙар ғаилә ҡиммәтенең баһаһын төшөрә, хатта ҡайсаҡ никахтың тарҡалыуына килтерә. Ғаилә йылына бағышланған «Ғаилә бәхете баҫҡыстары» район фестивале нисек шул һынауҙар йоғонто-һона бирешмәҫкә, үҙ ҡулдарың менән төҙөгән бәхеттең бәҫен ебәрмәҫкә, хоҡуҡ-тарыңды белергә, ғаиләләргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы төрҙәре тураһында хәбәрҙар булырға өйрәткән һәм матур йәшәгән ауылдаштар, тормош баҫҡыстарын ҡулға-ҡул тотоношоп, ауыр саҡта иңен ҡуйып бергә үткән алтын парҙар татыулығын фәһем һәм үрнәк итеп ҡуйған сара ул.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы инициативаһы менән яҙғыһын башланғыс алған эстафета-фестиваль өсөнсө туҡталышты райондың урман-тау төбәгендә яһаны. Амангилде мәҙәни-ял үҙәгендә, һүҙҙең тура мәғәнәһендә, алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Бында Амангилде, Буранғол һәм Хәмит ауыл биләмәләренән ишле ғаиләләр, алтын ҡуллы оҫтабикәләр һәм яугирҙәребеҙҙең хәләл ефеттәре, ата-әсәләре йыйылғайны.
Мәҙәниәт йортоноң фойеһында бәйләү, ҡорама ҡорау, сигеү, биҙәүестәр яһау, акрил буяуҙар менән рәсем төшөрөү оҫтабикәләре мастер-кластар ойошторҙо. Был һөнәрҙәргә эйә булыу ҙа донъя бөтәйткәндә, балалар үҫтергәндә ғаилә тормошонда хужабикәләребеҙгә бик кәрәк. Ошонда уҡ «Ватанды һаҡлау-сылар» фондының Башҡортостан бу-йынса рәйесе Гөлнур Ҡолһарина һәм социаль координаторҙар яугир ғаиләлә-рен ҡабул итте, уларҙың һорауҙарын яҙып алды. Райондың «Ғаилә» үҙәге пси-хологы Айгөл Йомағужина ла мөрәжәғәт итеүселәргә ярҙам күрһәтте. Ә «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатна-шыусы ҡаҙмаштар һығылып торған табын әҙерләп ҡунаҡтарҙы һыйланы.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеүсе Амангилде биләмәһе исеменән ауыл хакимиәтенең эштәр башҡарыу-сыһы Һылыу Шакирова сәләмләне. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Э. Ә Ҡуна-фина үҙенең сығышында сараның маҡса-тын билдәләне:
— Беҙҙең маҡсат ғаиләләрҙе әхлаҡи-психологик яҡтан нығытыу, ғаилә ҡиммәтен арттырыу, әсәлек, атайлыҡ, балалыҡ хоҡуҡтарын яҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡтың рухи-әхлаҡи үҫешен, мәҙәниәтен күтәреү, мохтаждарға һәм ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға бушлай хоҡуҡи һәм социаль ярҙам күрһәтеү, халыҡ араһында асоциаль күренештәрҙе, экстремизмды булдырмау, янғындан һәм башҡа хәүефле ситуацияларҙан  иҫкәртеү тора. Әлбиттә, бер сара барышында ғына бындай ҙур эштәрҙе башҡарып сығыу һәм пробле-маларҙы бөтөрөү мөмкин түгел. Әммә халыҡ менән  осрашып, ошондай арала-шыуҙар ойоштороу һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ, — тине ул.
Райондың «Ярҙам» үҙәге етәксеһе Р. Р. Ғүмәрованың, мәшғүллек үҙәге началь-нигы Р. Ю. Рәхмәтуллиндың социаль яр-ҙам, эш менән тәьмин итеү, яңы һөнәр- ҙәргә уҡытыу, үҙмәшғүллек буйынса эш башлаусыларға дәүләт тарафынан бирел-гән адреслы ярҙам тураһындағы сығыш-тары ауыл кешеләре өсөн файҙалы булды.
Район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Г. Ә. Рәхимова ауылдар тотҡаһы булған, үҙ көстәре менән матур итеп донъя көткән күп балалы өлгөлө ғаиләләргә район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Уға Амангилде ауыл биләмәһенән Гүзәлиә һәм Ласын Солта-новтар, Алһыу һәм Айтуған Мәғәфү-ровтар, Гөлгенә һәм Әсхәл Ямаловтар, Рима һәм Илнур Яҡуповтар, Люциә һәм Руслан Ахуновтар, Гүзәл һәм Хәниф Аб-дуллиндар, Азалия һәм Зәбир Зәй-нуллиндар, Алһыу һәм Руслан Зари- повтар, Зөлфирә һәм Илгиз Рәжәповтар, Илсиә һәм Данил Әһеловтар, Хәмит ауыл биләмәһенән Әлиә һәм Морат Ҡа-симовтар, Дилбәр һәм Рәзит Шаһы-баловтар, Миләүшә һәм Нәҡип Мөлө- ковтар, Гөлиә һәм Данил Шаһыбаловтар, Илһөйәр һәм Дим Абдуллиндар, Шәүрә һәм Зиннәт Ямаловтар, Гөлсирә һәм Рәзим Мөхөтдиновтар, Роза һәм Илнур Шакировтар, Илүзә һәм Илгиз Шаһы-баловтар, Буранғол ауыл биләмәһенән Гүзәл һәм Вәхит Сәлмәновтар лайыҡ булды.
Артабан сәхнә түренә оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисергән оло ғаилә парҙары саҡырылды. Амангилде ауыл биләмә-һенән Мәмдүҙә һәм Йәүҙәт Солтановтар, Илүзә һәм Әғләм Бикйәновтар, Рәсимә һәм Марат Абдуллиндар, тормош иптәш-тәре мәрхүм булып ҡалғас та донъя йөгөн һынатмай алға тартҡан Мөбинә Өмөтҡу-жина, Вәсилә Мостафина, Буранғол ауыл биләмәһенән Мөнирә һәм Хәмит Сөнәғә-товтар, Нурсилә һәм Хәмит Ҡасимовтар, Гөлйемеш һәм Ғәзиз Оморҙаҡовтар, Гөлшат һәм Ринат Зариповтар, Фәниә һәм Йыһанур Фәттәховтар, Хәмит ауыл биләмәһенән Гөлсәсәк һәм Нәжип Хәлфетдиновтар тәбрикләнде. 
Баш ҡала ҡунағы Г. Ғ. Ҡолһарина ла буш ҡул менән килмәгәйне. Әйткәндәй, ул ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының район күләмендә ҙур сараны атҡарып сығарыуын юғары баһаланы. Һәм донъя тотҡаһы булған гүзәл заттарыбыҙҙы йәмәғәтселек эшендәге әүҙем хеҙмәте өсөн бүләкләп тә үтте. МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм ебәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан Һәйетҡолдан Гүзәл Камалова, Ишкилденән Сәүҙә Шаһивәлиева, Мәйгәштенән Илсиә Солтанова «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Буранғолдан Мәҙинә Баязитова, Үтәгәндән Хәлисә Төхбәтова, Һәйетҡолдан Гөлнара Хәки-мова, Ҡаҙмаштан Рәсимә Мәхмүтова, Буранғолдан Гөлнәфис Мөлөкова, Хәмит-тән Ҡәҙриә Шаһыбалова  Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамотаһы менән билдәләнде. Ойошманың Р. Ҡу-шаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ —милләт әсәһе» миҙалы Хәмиттән Илсиә Ҡаси-мова, Ишкилденән Гөлшат Зарипова, Мөслимә Мәсәлимова һәм Тыуған ил өсөн ысын ил һаҡсыһы үҫтергән Үтәгәндән Зифа Хисмәтова менән Рысҡужанан Зөһрә Мәһәҙиева күкрәктәренә ҡаҙалды.
Фестивалдең райондың урман-тау төбәген йәлеп иткән өсөнсө этабы ла бик йәнле, йөкмәткеле итеп ойошторолдо. Ошо төбәктең халыҡ таланттары, ижади ғаиләләре әҙерләгән  концерт программаһын тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Эстафета штандарты артабан Таштимер, Ташбулат һәм Байым ауыл биләмәләренә тапшырылды. 
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА. 

Читайте нас