Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы»ның рес-публика бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Сәлиә Ҡужахмәтова сәләмләне. Ул БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина башланғысы менән ойошторолған сараны асыҡ тип иғлан итте һәм Гөлнур Ғәлинур ҡыҙының изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ байрамды үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн «Ирәндек» лагеры директоры Фәрит Шәрәфетдинов менән эшҡыуар Зөлфиә Ғәйнетдиноваға ассамблеяның рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Белорет, Межгорье, Сибай ҡалалары һәм Баймаҡ, Учалы райондарынан килгән балаларҙы һәм уларҙың әсәләрен район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов тәбрикләне.
— Районыбыҙҙың иң матур урынында уҙғарылған был байрам һеҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланһын. Үҙегеҙгә яңы дуҫтар табығыҙ, аралашығыҙ, рәхәтләнеп күңел асығыҙ, — тине Руслан Ғөзәйер улы һәм сараны ойошто-роусыларға рәхмәт белдерҙе.
Балалар өсөн ысынлап та бай һәм күңелле программа әҙерләнгәйне. «Бала-шоу» социаль проекты етәксеһе Зөлфиә Ғәйнетдинова һәм уның ярҙамсылары, ирекмәндәр ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы төрлө майҙансыҡтарға саҡырҙы. Башҡорт бал ҡорто кейемендәге аниматор Әҡлимә Рәжәпова балаларҙы бейетте, йырлатты, төрлө конкурстар ойошторҙо.
Дәүләт урта мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Солтанова йыуаса һәм ҡош теле әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Тәмле еҫтәре менән әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп иткән усаҡ янында «Йыуаса апай» балаларға милли ризыҡтар бешереү серҙәре менән уртаҡлашты. Ҡыҙҙар ғына түгел, малайҙар ҙа ҡамыр йәйеп ҡараны, ҡаҙанда бешкән тел йоторлоҡ йыуасаларҙы тәмләне.
Боронғо кәсептәр, милли биҙәктәр менән «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Сәйетғәлина таныш-тырҙы. Ул үҙенең эш майҙансығында балаларға милли биҙәкле трафареттарҙы гуашь ярҙамында буяп күрһәтте. Балалар йәтеш кенә шопперҙарҙы үҙҙәре теләгәнсә биҙәп, буяп, байрам иҫтәлеге итеп сумкалар алды. Махсус ҡоролма ярҙамында төрлө сувенирҙар эшләп ҡаранылар.
Азалия Сәлихованың оҫта ҡулдары төшөргән аква-грим да балаларҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар уға сиратҡа торҙо. Бәләкәй генә тирмәләр урынлаштарылған фотозонала һәр кем иҫтәлеккә фотоға төштө. Красная Башкириянан килгән йәш эшҡыуар Анна Кәримова балаларҙы шәкәр мамығы менән һыйланы.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар алты майҙансыҡты урап сыҡҡансы, әсәйҙәр ҙә буш торманы. Улар Өфө ҡалаһынан килгән Алһыу Үтәгәнова менән заманса бейеүҙәр башҡарып, әллә күпме дәрт, позитив энергия алды.
Бөтә балаларға ла төрлө төҫтәге шарҙар бүләк иткәс, Әҡлимә Рәжәпова малайҙар һәм ҡыҙҙар командалары араһында сәмле ярыш ойошторҙо. «Батыр»ҙар өлгөр, сос булып сыҡты һәм «Матур»ҙарҙы еңде.
Байрам һуңында ҡыҙҙар һәм малайҙарға Ilgizmo үҙенең йырҙарын башҡарҙы. Балалар бергәләп йырла-нылар һәм бейенеләр.
Республиканың «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге» директоры урынбаҫары Гөлнур Нәҙерғолова сараны йомғаҡлап, бай-рамды ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:
— Беҙ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең балалары өсөн тәүге тапҡыр бындай сара үткәрҙек. Беҙҙең идеяны күтәреп алған район хакимиәтенә, «Ирәндек» лагеры коллективына оло рәхмәт. Үҙҙәренең райондарында тап ошондай ғаиләләрҙе йыйып, байрамға алып килгән «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалдарының социаль координаторҙарына ярҙам өсөн рәхмәт белдерәм. Зөлфиә Ғәйнетдинованың командаһы уйын майҙансыҡтарын бик яҡшы ойошторҙо. Байрамға килгән балалар яҡшы тәьҫораттар менән ҡайта, был беҙҙең өсөн иң мөһиме!
Көн дауамында саф һауала уйнаған балалар өсөн лагерҙа байрам табыны ойошторолдо. «Беҙ бында тағы киләбеҙме? Ҡасан?» — тигән һорауҙар яуҙырып, балалар ҡайтырға сыҡты. Төрлө райондарҙан килгән социаль коор-динаторҙар ҙа байрамды үткәреүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Динара САФИУЛЛИНА.