Йәмғиәт
18 Октябрь 2024, 09:40

Паспорт алыу яуаплылыҡ өҫтәй

Республика көнө айҡанлы үткәрелгән саралар сиктәрендә йәш граждандарға паспорт һәм «Беренселәр хәрәкәте»нең иҫтәлекле бүләктәрен тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Шәхесте раҫлаусы төп документты алған көн һәр кемдең хәтерендә уйылып ҡала торған мәл ул. Республика көнөн ҡаршылап, ошо айҡанлы күп байрам саралары ойошторолған көндә паспорт алыуҙарын һәм Бөтә Рәсәй йәштәренең «Беренселәр хәрәкәте»  сафына ҡушылыуҙарын был 10 ҡыҙ һәм егет тә шулай уҡ бер ҡасан да иҫтәренән юймаҫ, моғайын. 
Илебеҙҙең йәш граждандарын район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Г. Ә. Рәхимова ҡотланы.
— Мөһим сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Тыуған ил — әсәй кеүек берәү генә. Һәр кемгә үҙ әсәһе иң матуры булған һымаҡ, тыуып-үҫкән төйәгебеҙ беҙҙең өсөн иң матуры, иң ҡәҙерлеһе. Бөтә Башҡортостан халҡы Республика көнөн киң билдәләгән тарихи мәлдә һеҙ тормошоғоҙҙоң мөһим этабына аяҡ баҫаһығыҙ. Паспорт алыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, илһөйәр булырға өндәй. Яҡшы уҡыуығыҙҙы, илебеҙ өсөн файҙалы, кәрәкле кешеләр булып үҫеп етеүегеҙҙе, күренекле шәхестәр булыуығыҙҙы теләйем, — тине ул.
Райондың миграция һорауҙары буйынса бүлеге начальнигы В. З. Мөхә-мәтйәнов яңыраҡ 14 йәшен тултырған Асҡар ҡыҙы Сара Рәхимоваға паспорт тапшырҙы. Һуңғы өс ай эсендә паспорт алған ҡалған уҡыусыларға «Беренселәр хәрәкәте»нән төп документ өсөн тышлыҡтар һәм күкрәк билдәһе бирелде. Паспорт тышлығында яҙылған «Һәр ваҡыт беренсе булырға!» тигән девиз уларҙы алдынғылыҡҡа әйҙәһен. 
Тантанала ҡатнашыусы ҡыҙ һәм егеттәр исеменән Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Азалия Иҙрисова сығыш яһаны. 
Аҙаҡ бөтәһе бергә Рәсәй гражданы паспортын алыу уңайынан Тыуған илдең патриоты булырға, уның мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тантаналы ант бирҙе. 
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас