Ғинуарҙан августҡа тиклем республикаға 1,5 миллионға яҡын турист килһә, шуның 878,4 меңе йәйге осорҙа булған. 2024 йыл башынан күрһәтелгән туристик хеҙмәттәр күләме 13,7 миллиард һум тәшкил иткән.
2025 йылға Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса түбәндәге күләмле эштәр:
Республикаға килгән туристарҙың 70 проценты күрше төбәктәрҙән: Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан республикаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Мәскәүҙән булған. Күпселек сәфәрҙәрҙең оҙайлығы дүрт көндән ете көнгә тиклем тәшкил иткән.
Шул уҡ ваҡытта республика шифаханаларында ял итеүселәр һаны кәмегән.
Йәйге миҙгелдә Башҡортостан шифаханаларында 80,7 мең кеше ял иткән. Был 2023 йылға ҡарағанда 5,7 процентҡа кәмерәк (85,6 мең). Шуныла билдәләр кәрәк, республика 2024 йылда «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә 1,8 миллиард һум күләмендә федераль финанслау алған.