-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь , 07:50

Оло быуын вәкилдәре әүҙем ҡатнаша

Республиканың 690 мең өлкән быуын кешеһе «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектында ҡатнашҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Оло быуын вәкилдәре әүҙем ҡатнаша
Оло быуын вәкилдәре әүҙем ҡатнаша

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты эшләп килә. Ул ете йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: «Һаулыҡ», «Өлкән быуын граждандарын уҡытыу», «Туризм», «Физик культура», «Мәҙәниәт һәм ижад», «Ирекмәнлек һәм остазлыҡ», «Өлкән быуын граждандарының килемен арттырыу һәм мәшғүллек». Инициатива «Демография» милли проекты сиктәрендә әҙерләнгән. Ул оло йәштәгеләрҙең именлеген һәм социаль-мәҙәни үҫешен булдырыуға, уларҙың һаулығын нығытыуға, ғүмер оҙайлығын һәм әүҙемлеген арттырыуға йүнәлтелгән.

       Мәҫәлән, «Туризм» йүнәлеше буйынса ололар өсөн республика буйлап экскурсиялар һәм Беларусия республикаһына турҙар ойошторола. Бының буйынса ағымдағы йылда 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, шул иҫәптән 1 333 кеше – «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» программаһында.

     «Физик культура» йүнәлеше буйынса республика ҡалаларында һәм райондарында скандинав йөрөшө, йөҙөү, тын алыу гимнастикаһы, йога буйынса спорт һәм һауыҡтырыу төркөмдәре ойошторолған. 41 муниципалитетта йыл әйләнәһенә эшләүсе «Һаулыҡ һуҡмағы» асыған. Бынан тыш,  “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" саралары китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, мәғариф учреждениеларында үтә. Проектта ҡатнашыусылар ижад, ирекмәнлек, остазлыҡ менән шөғөлләнә. “Демография” милли проектының мәшғүллеккә булышлыҡ итеү федераль проектына ярашлы оло быуын өсөн төрлө уҡыуҙар ойошторола.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: