Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль газлаштырыу программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса тормошҡа ашырыла. 2021 йылда ул элек газлаштырылған тораҡ пункттарҙағы йорт сиктәренә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйғайны. Был эш өсөн берҙәм газ үткәреү операторы яуаплы. Башҡортостанда был программа буйынса 50,8 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ килтерелгән. Бөтәһе 67 293 ғариза бирелгән, газ селтәрҙәре 59 961 йорт хужалығы сиктәренә еткерелгән.
2 205 тораҡ пунктта 63 меңгә яҡын йортҡа газ үткәреү мөмкинлеген тәьмин иттелгән.
Республиканың газ менән тәьмин итеүгә сертификаттары газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам булып тора. Был ярҙам сараһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала.
Республикашулай уҡ 2020 йылда раҫланған 2025 йылға тиклем төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә.УлБашҡортостанда 181 тораҡ пунктты газлаштырыу өсөн өҫтәмә рәүештә 2 мең километрҙан ашыу ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге газ үткәргестәр төҙөүҙе күҙ уңында тота.Был 26 мең йортҡа газ үткәреү мөмкинлеген бирәсәк.2024йылда 24 ҡасаба-ара һәм 26 ҡасаба эсендәге газ үткәргес төҙөлгән.Йылаҙағынатиклем йәнә 8 һәм 19 объектта эштәр тамамланасаҡ.