Ошо көндәрҙә Асҡарҙа республикабыҙҙың билдәле тарихсылары менән осрашыу булды. Сарала бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостандың стратегик эҙләнеүҙәр институтының әйҙәүсе белгесе Азат Бирҙин, Темәс тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Айҙар Мәжитов ҡатнашты. Улар «Әбйәлил районы ырыуҙарының генетик килеп сығышы», «Бородинонан Парижға тиклем», «Башҡорт халҡының символдары» темаларына сығыш яһаны.
Ю. Йосопов генетик сығанаҡтарға таянып эҙләнә. Ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ысын башҡорт булыуын, шулай уҡ ырыуҙарҙың килеп сығышын дәлилләүсе миҫалдар килтерҙе.
«Бородинонан Парижға тиклем» докладында Айҙар Мәжитов тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре менән үҙенә йәлеп итте. Мәҫәлән, «яулыҡ» һүҙенең «яу» һүҙенән килеп сығышын аңлатты. Билдәле булыуынса, борондан башҡорттар һыбай һуғышҡан һәм сапҡанда ерҙән туҙан күтәрелә, яугирҙәр ошо туҙандан тын юлдарын яулыҡ менән ҡаплар булған. Яулыҡ яугирҙең еңел кавалерия вәкиле икәнлеген дә билдәләгән. Шул замандан француз яулығы ла бөтә донъяға таралған.
Бүтән бер илдә лә булмаған «Равняйсь!» командаһы яңғырау менән башты уң яҡҡа борабыҙ, йәғни командир яғына. Быны А. Мәжитов ошолай аңлата: «Борон башҡорттарҙың ғаиләһендә кинйә улдарының һул яҡ ҡолағына һырға тағыу йолаһы булған. Яуҙа командирҙар кинйә малайҙарҙы хәүефле хәрби заданиеларҙы үтәргә ебәрмәгән. «Равняйсь!» командаһы ир-егеттәрҙең ҡолағында һырғаһы бармы-юҡмы икәнлеген белеү өсөн башҡарылған».
Азат Бирҙин «Башҡорт халҡының символдары» докладында дәүләт гербы һәм байрағының килеп сығышы тураһында бәйән итте, үҙенең фекерҙәрен белдерҙе. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, бай мәғлүмәт тупланы.