-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь , 12:07

Башҡорт рокерҙары Өфөнө шаулатырға йыйына

28 ноябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында “Дәрүиш Рухы+” тигән бик ҙур рок концерты уҙа. Башҡорт рок музыкаһын һөйөүселәр өсөн онотолмаҫ байрам буласаҡ, тип вәғәҙә итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡорт рокерҙары Өфөнө шаулатырға йыйына
Башҡорт рокерҙары Өфөнө шаулатырға йыйына

Концерттың төп маҡсаты – башҡорт рок-музыкаһын популярлаштырыу, алдынғы башҡорт рок төркөмдәрен бер майҙанға йыйыу һәм йәш таланттарға ижади яҡтан ярҙам итеү.

Махсус ҡунаҡтар – легендар “Дәрүишхан” һәм “Рух” рок төркөмдәре, “Олотау” ҡаҙаҡ этно-рок төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey). Концертта, хиттарҙан тыш, тере тауышҡа башҡарылған яңы композициялар ҙа яңғырай.

Сарала шулай уҡ заман рокерҙары – “Ҡышҡы йәйғор”, “Ҡараташ”, “102 проекты”, “Бүреләр”, “Бишбармаҡ” төркөмдәре һәм башҡалар ҡатнаша. Уларға популяр башҡарыусылар Заһир Иҫәнсурин, Рәсүл Ҡарабулатов, Артур Кәбиров һәм Ирдан ҡушыла.

Концерт киске сәғәт 6-ла башлана.

Инеү ирекле.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Муса Гәрәев урамы, 5.

Йәш сикләүе - 12+.

Автор:
Читайте нас: