Йәмғиәт
1 Декабрь 2024, 10:05

Батырҙарыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын!

Әбйәлил төбәгенә тағы ҡайғылы хәбәр килде. Украинала барған махсус хәрби операцияла ике яҡташыбыҙ – Тупаҡ ауылынан Наил Искәнйәровтың һәм Ишбулды уҙаманы Рамил Рәхмәтовтың беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн нацизмға ҡаршы көрәштә батырҙарса һәләк булыуы тетрәндерҙе.

Әбйәлил төбәгенә тағы ҡайғылы хәбәр килде. Украинала барған махсус хәрби операцияла ике яҡташыбыҙ – Тупаҡ ауылынан  Наил Искәнйәровтың һәм Ишбулды уҙаманы Рамил Рәхмәтовтың беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн нацизмға ҡаршы көрәштә батырҙарса һәләк булыуы тетрәндерҙе.
Уҙған йәкшәмбелә ҡаһарман яугирҙәрҙе яҡындары, ауылдаштары, дуҫтары, район хакимиәте вәкилдәре, ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре оло хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатты.

Тупаҡ
Ауылдың мәҙәниәт йорто алдында контракт хеҙмәте рядовойы Н. У. Искәнйәров менән бә-хилләштеләр. 
Наил Усман улы 1983 йылдың 6 майында Тупаҡ  ауылында тыуған. Урындағы мәктәптең 9-сы класын тамамлағандан һуң, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Артабан ил алдындағы изге бурысын үтәргә китә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Магнитогорск ҡалаһы ойош-маларының береһендә һөнәре буйынса  эш башлай. 
Артабан яҙмыш уны сит тарафтарға алып китә, вахта буйынса эшкә йөрөй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған Наил Искәнйәров ялда булған мәлдәрендә ауылдаштарына иретеп йәбештереү талап ителгән эштәрҙә ихлас ярҙамлаша. 
Әлбиттә, Украинала махсус хәрби операция башланғас та, Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫыу теләге көслө була уның. Уҙған йылдың декабрендә Н. У. Искәнйәров ҡәтғи ҡарарға килеп,  контракт төҙөй һәм февралдән Рәсәй милли гвардияһы (Росгвардия) ғәскәрҙәре махсус подразделениеһы составындағы «Ахмат» махсус отрядында хеҙмәт итә.
Наил Искәнйәров Донбасс биләмәһендәге махсус хәрби операцияла уҡсы булараҡ ҡатнаша, үҙен ҡыйыу башҡорт һалдаты, ышаныслы, тоғро дуҫ итеп күрһәтә.
Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, 3 апрелдә сираттағы хәрби заданиены үтәгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә.  Наил Усман улы  хәрби бурысын намыҫлы үтәп, биргән антына һуңғы һулышынаса тоғро ҡалып, батырҙарса һәләк була. 
Матәм сараһында сығыш яһап, район башлығы Илдар Таһиров яугирҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Илебеҙ ауыр осор кисергәндә, Наил Усман улы ҡулына ҡорал алып, үҙ теләге менән Ватан һағына баҫты. Тик һуғыш аяуһыҙ, типһә тимер өҙөрҙәй егеттәребеҙҙең нацизмға ҡаршы көрәштә ҡорбан булыуы күңелдәрҙе әрнетә. Ни тиклем ауыр булһа ла, яугирҙәрҙең илебеҙҙе һаҡлап, беҙҙең тыныс киләсәгебеҙ өсөн һәләк булыуҙарын аңларға тейешбеҙ. Бөгөн яу яланында алышҡан ҡалған яҡташтарыбыҙҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын Хоҙайҙан үтенеп һорайбыҙ, — тине Илдар Таһир улы. — Наил Усман улы — беҙҙең өсөн герой. Батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Иҫтәлеген мәңгеләштереп, киләсәк быуынға уны үрнәк итеп күрһәтеү — тәү бурысыбыҙ. Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, батыр!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы райондары кураторы  Хәлил Рәхмәтуллин Наилдың бала саҡтан эшһөйәр, намыҫлы булыуын телгә алып, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, Хөкүмәт тарафынан ҡаралған бөтә ярҙам саралары күрһәтеләсәк, тип ышандырҙы.
Ауылдаштары исеменән һүҙ алған уҡытыусы Азамат Дәминдаров Наилдың мәктәп йылдарынан тырыш, эшсән булыуын, спортты үҙ итеүе хаҡында һөйләне.
— Ялға ҡайтҡан ваҡыттарында Наил ауылдаштарҙың үтенесен бер ваҡытта ла кире ҡаҡманы, һәр кемгә ярҙам итергә ашыҡты. Ауылдағы күп йорттарҙағы тимер ҡапҡалар, рәшәткәләр Наил Усман улының оҫта ҡулдары менән эшләнде, — тине ул. — Үҙ теләге менән яуға киткән Наилдың батырлығы онотолмаҫ.
Туғандары, дуҫтары, һабаҡташтары исеменән Рушан Ғарипов, Самат Мәғәфүров һүҙ тотто. Улар яугирҙең ярҙамсыл, ихлас, тоғро дуҫ булыуы хаҡында һөйләне, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Ауылыбыҙҙан махсус операцияла бик күп егеттәр ҡатнаша. Наил — тәүге ҡорбан. Башҡа бындай ҡайғылы хәбәрҙәр килмәһен, яу яланындағы яугирҙәрҙең  имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтөп ҡалабыҙ, — тине Марсель Хамматов һәм бөгөн яу яланында булған ир-уҙамандарға арнап яҙған шиғырын уҡыны.
Ҡаһарман яугир Наил Усман улы Искәнйәров тыуып үҫкән ауылының зыяратында ерләнде.

Ишбулды
Хәрби диңгеҙ флотының икенсе статья стар-шинаһы Рамил Рәхмәтов менән хушлашыу сараһы Ишбулды мәктәбе алдында үтте.  
Р. М. Рәхмәтов 1974 йылда Ишбулды ауылында тыуған. Ауылда башланғыс белем алғандан һуң, Хәлил мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Артабан хәрби хеҙмәткә алынғанға тиклем Киров исемендәге колхозда эшләй.  Хәрби-диңгеҙ флотында өлкән минер булып хеҙмәт юлы үтә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, колхозда мал ҡараусы була. 1995 йылдың 1 сентябренән ғүмеренең ахырынаса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ханты-Манси автономиялы округы буйынса янғынға ҡаршы һаҡ хеҙмәтендә янғын һүндереүсе булып эшләй.
Яҡташыбыҙҙың намыҫлы тырыш хеҙмәте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, ул «Хеҙмәттәге отличие өсөн»  миҙалы менән бүләкләнгән. 2011 йылда Рамил Мирйән улы хеҙмәт стажы буйынса пенсияға сыға, шулай ҙа янғын һағында вахта ысулы менән эшләүен дауам итә. 
Ишбулдынан ситтә йәшәгәндә лә Рамил Мирйән улы тыуған ауылы тормошонда әүҙем ҡатнаша, ауылда төрлө спорт ярыштары ойоштора, уҡыусыларҙың, ауыл-даштарының төрлө бәйгеләргә йөрөүҙәренә бағымсылыҡ итә.
Ауылдашы Гөлсинә Наил ҡыҙы менән ике балаға ғүмер бирәләр. Балаларҙа туған телгә, башҡорт халҡының данлы үткәненә һөйөү тәрбиәләгәне, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалағаны өсөн Рәхмәтовтар ғаиләһе 2021 йылда район хакимиәте башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. 
2023 йылдың 24 апрелендә яҡташыбыҙ нацизмға ҡаршы яуға барырға ҡарар итеп, махсус хәрби операция барған төбәккә юллана. Октябрҙә яу яланында ҡаты яралана, тик бер аҙ дауаланғандан һуң, тейешле отпусканан баш тартып, хәрби иптәштәре янына алғы һыҙыҡҡа ашыға. Бер ай үтеүгә ҡабат дошман утына эләгеп, госпиталгә оҙатыла. Әммә аяҡҡа баҫыу менән тағы яуға инә.
11 декабрҙә хәрби операция үтәгәндә батыр йөрәкле яҡташыбыҙға тейгән снаряд ярсығы үлемесле була. 
— Ауылым, районым тип йән атып торған хөрмәтле уҙаманды юғалттыҡ. Ватанға тыныслыҡ даулап, иле өсөн ғүмерҙәрен аямай һуғыша батыр йөрәкле яҡташтарыбыҙ. Рамил Мирйән улы ла үҙ теләге менән махсус операцияға китте, ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтыу мөмкинлеге бирелһә лә, хәрби иптәштәрен ташлап ҡалдырып ҡайтманы. Шаһит киткән Рамил ағайҙың тиңһеҙ батырлығы алдында баш эйәбеҙ, — тине район башлығы Илдар Нафиҡов матәм митингыһында. — Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың әсәһенең, ҡатынының, балаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, Хоҙай барығыҙға ла сабырлыҡ бирһен.
— Яугирҙең ғаиләһе Хөкүмәт ҡарамағына алынасаҡ. Рамил Рәхмәтовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса бөтә саралар күреләсәк. Ғүмерен ил өсөн, аяҙ күк йөҙө өсөн биргән ҡаһарман яҡташ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ! — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы райондары кураторы  Хәлил Рәхмәтуллин.
— Хөрмәтле Гөлшат апай, Гөлсинә ханым, Рәис һәм Эльвина, Рамилдың яҡындары,  иңдәр күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, — тине үҙенең сығышында  ауылдаштары исеменән һүҙ алған Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин. — Йор һүҙле, көлсә йөҙлө Рамил дуҫтың һәр саҡ кәйефе шәп булды, үҙе төшөнкөлөккә бирелмәне, башҡаларға ла күңелһеҙләнергә бирмәне. Ауылдың ир-егеттәре, ҡатын-ҡыҙҙары, бала-саға өсөн футбол, хоккей һәм башҡа спорт саралары, төрлө конкурстар ойоштора торғайны. Һин мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә ҡалырһың, Рамил Мирйән улы!
Ҡәйнеше Азамат Зарипов еҙнәһенең туған йәнле, ярҙамсыл, киң күңелле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 
Дуҫтары, класташтары исеменән сығыш яһаған Лена Сәйфуллина Рамил Рәхмәтовтың әсәһе Гөлшат Ғәйнетдин ҡыҙына, ҡатыны Гөлсинә Наил ҡыҙына, балалары Рәис менән Эльвинаға ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.
Ватан  өсөн яуҙа һәләк булған Рамил Рәхмәтов мәңгелек йорто итеп Ишбулды ауылы зыяратын төйәк итте. 
Украинала барған махсус хәрби операцияла Ватаныбыҙ өсөн башын һалған ҡыйыу ир-уҙамандарҙың яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Батырҙарыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын!
Ҡалған яҡташтарыбыҙ илебеҙгә имен-һау, еңеү менән тиҙерәк ҡайтһындар.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас