Вадим 1983 йылдың 31 декабрендә Магнитогорск ҡалаһында донъяға килә. Т. Кусимов исемендәге гимназияла белем ала, 9-сы кластан һуң Магнитогорскиҙағы 90-сы һөнәрселек училищеһында уҡый һәм диплом алғас ҡалала эшкә урынлаша.
Махсус хәрби операцияға ул үҙ ирке менән 2023 йылдың сентябрендә юллана. Уҡсы-гранатометчик ярҙамсыһы бурыстарын намыҫлы үтәй, туранан-тура хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Тик һуғыш бер кемде лә аямай. 9 апрелдә район хәрби комиссариатына сираттағы “ҡара ҡағыҙ” килә. Унда В. Р. Әбүталиповтың, хәрби антына, ҡоралдаш ағай-энеһенә тоғролоҡ һаҡлаған яҡташыбыҙҙың, ҡаһармандарса һәләк булыуы тураһында хәбәр ителә.
– Вадим Рамил улын белгәндәр уны изге, асыҡ күңелле, шаян, бошмаҫ, күтәренке рухлы ир-ат итеп хәтерҙәрендә һаҡлар, – тине райондың хәрби комиссары М. В. Гребенщиков матәм митингыһын асып.
Батыр менән бәхилләшеү сараһы уның йәшәгән йорто янында уҙҙы.
Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Т. Н. Әғзәмов ауыл һәм район хакимиәттәре, район башлығы И. Т. Нафиҡовтың һәм шәхсән үҙенең исеменән һәләк булған яугирҙең туғандарының, яҡындарының, уны хөрмәт итеп килгән дуҫтары һәм ауылдаштарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Үкенескә күрә, һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай. Ауылдашыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә Тыуған ил өсөн геройҙарса башын һалды. Шәхси ҡарары менән илде яҡларға баҫҡан Вадим Рамил улы тураһында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Яҡындарына һәр яҡтан ярҙам күрһәтергә тырышырбыҙ. Тыныс йоҡла, яугир! – тине ул.
Хәрби часть вәкиле, яҡташыбыҙҙың хеҙмәттәше Алексей Жуков яуҙашын ысын ир-егет – Герой булды, тип иҫкә алды, Вадим Әбүталиповтың махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы илебеҙҙең юғары наградаһы менән баһаланыуын, Рәсәй Президенты В. В. Путиндың указы менән уға үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены бирелеүен әйтте.
Батырҙың улы Данил Әбүталипов та:
– Атайым еребеҙгә бүтән илдәр һөжүм итмәһен өсөн, беҙҙең иректе, тыныслыҡты яҡлап һуғышты. Ауыр тупрағың еңел булһын атай! – тип бәхилләшеү һүҙен әйтте.
Дуҫтары, класташтары исеменән гвардия сержанты Мансур Әбүталипов сығыш яһаны. Икенсе Чечня һуғышын үткән хәрби хәрәкәттәр ветераны булараҡ, ул, Вадим ғүмерен бушҡа бирмәне, был уның махсус хәрби операцияла яуланасаҡ еңеүгә индергән өлөшө тип билдәләне. Әммә еңеү хаҡы үтә ҡиммәткә төшә, егет бик йәл, шундай алсаҡ, теремек, бөхтә ине, тине әсенеп.
Уҡыусыһы тураһында мәғариф ветераны Х. К. Сибәғәтуллина йылы һүҙҙәр әйтте:
– Вадим яратҡан уҡыусыларымдың береһе булды. Ул минең класымда беренсе кластан уҡыманы. Магнитогорскиҙан күсеп килделәр. Яңы уҡыусы класташтары араһында тиҙ арала үҙ кеше булып китте. Ул эшһөйәр, ихлас, етеҙ булыуы, уйлап сығарырға яратыуы, эшсән ҡулдары менән иҫемдә ҡалған һәм, иң мөһиме, изге, йомарт йөрәкле ине. Һәм, ысынлап та, хәүеф-хәтәрҙән ҡурҡмауы менән дә мәктәп йылдарынан айырылып торҙо ул. Үҫеп килгән йәш быуын бөгөн ил сигендә тыныс бәхетле тормош өсөн көрәшкән, йәндәрен биргән батыр ир-егеттәребеҙҙең, шул иҫәптән, Вадим һинең дә ҡаһарманлығың өлгөһөндә илһөйәр рухлы булырҙар, һиңә тиңләшергә тырышырҙар, тип уйлайым. Бәхил бул, уҡыусым, беҙ һине онотмаҫбыҙ!
Берсә боҙборсаҡ, берсә ҡойоп ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, матәм сараһына халыҡ күпләп йыйылды. Был яугир рухы алдында оло хөрмәт һәм ҙур юғалтыу кисергән улына, туғандарына ауыр саҡта иң-терәк ҡуйыу билдәһе лә ине. Күркәм сабырлыҡтар насип булһын яуҙа яҡындарын юғалтҡандарға. Ергә тиҙерәк тыныслыҡ килһен!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.