Таҡтаташты асыу сараһында район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова, Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, яугирҙең туғандары, дуҫтары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Вадим Баһаув 1987 йылдың 21 авгусында Дәүләтша ауылында тыуған. Тәүҙә Юлдашта, артабан Гусев мәктәбендә уҡыған. Сибай политехник колледжында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштергән. 2007 йылда әрмегә алынып, ил алдындағы ир-егет бурысын лайыҡлы үтәгән. 2022 йылдың сентябрендә Вадим тәүгеләр рәтендә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юлланған. Еланда әҙерлек үткәндә сәләмәтлек торошо буйынса уны ҡайтарырға теләһәләр ҙә, иптәштәрен ҡалдырмайым тип үҙ һүҙендә тороп, һуғышҡа китә. Ҡыҙғанысҡа, батыр яҡташыбыҙҙың ғүмере Запорожье өлкәһендә барған ҡаты алышта өҙөлдө. Яҡындары: «Вадимдың ҡулынан килмәгән эше булманы, радио, телевизор, башҡа техниканы тиҙ генә йүнәтте, оҫта итексе лә булды. Айырыуса балыҡ тоторға яратты. Шул тиклем итәғәтле, ипле, ярҙамсыл егет булды. Бөтә туғандары уның өсөн өҙөлөп торҙо. Вадим һуғыштан ҡайтып, матур итеп йәшәр тип өмөтләнгәйнек. Йәшләй генә туғаныбыҙҙы юғалтыу бик үкенесле, ауыр ҡайғыбыҙҙы еңеләйтерлек саралар юҡ», — тине.
Иҫтәлекле таҡтаташ өсөн урын осраҡлы һайланмаған: батыр райондашыбыҙ Юлдаш мәктәбе ишеген тәүгә асып инеп, хәреф танырға, уҡырға-яҙырға өйрәнгән, башланғыс белем алған. Таҡтаташты асыу хоҡуғы район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова менән Вадимдың инәһе Зөлхизә Хафизоваға бирелде.
— Еңеүҙең 79-сы яҙын ҡаршылағанда, беҙҙең йәш егеттәр фронт һыҙығында ил именлеген һаҡлау өсөн һуғышыуы аяныс. Беҙҙең райондан биш йөҙгә яҡын ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Үкенескә, юғалтыуҙар ҙа бар. Шундай яугирҙәрҙең береһе — Юлдаш ауылынан Вадим Дәүләтбай улы ҡаһармандарса һәләк булды, — тине Гөлдәр Әхмәҙулла улы. — Батыр, аҡыллы ул үҫтергәндәре өсөн ғаиләһенә, туғандарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бындай ауыр юғалтыуҙар ҡабат кисерергә яҙмаһын. Вадимдың исемен бер ҡасан да онотмаҫбыҙ, үҙ ғүмерен беҙҙең тыныс тормош хаҡына биреүен йөрәк түрендә йөрөтөрбөҙ. Мемориаль таҡтаташ беҙҙең яҡты хәтерҙе иҫбатлап торор.
Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин да һүҙ тотто.
— Ауылдашыбыҙ Вадим иң тәүгеләр рәтендә махсус хәрби операцияға китте. Нацизмға ҡаршы барған һуғышта ул үҙен аямай, алғы һыҙыҡҡа баҫты һәм йәнен аямай, ғүмерен ҡорбан итте. Ул уҡыған мәктәптә таҡтаташ асыу беҙҙең бурыс. Батырҙың даны мәңге йәшәр, — тине Шәрифйән Садиҡ улы.
Сығыштарҙан һуң митингыла ҡатнашыусылар мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалды һәм батырҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Сарала туғандары һәм ауылдаштары Вадим Баһаувтың яҡты исемен мәңгеләштергән өсөн район етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Беҙ яҡташыбыҙҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ.
Динара САФИУЛЛИНА.